+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Май 2020, 11:32

Яҙғы саҡырылыш кисектерелмәй

12 майҙан хәрби-медицина комиссияһы эшләй башланы

— Ағымдағы хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы ябай булмаған шарттарҙа үтә. Пандемияға ҡарамаҫтан, ил Президенты указына ярашлы, яҙғы саҡырылыш кисектерелмәне. Билдәләнгән йөкләмә буйынса Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына Әбйәлилдән 94 егетте оҙатырға тейешбеҙ, — ти райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин.

— Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл, әлбиттә, призыв комиссияһы эшенә лә үҙенең төҙәтмәләрен индермәй ҡалмаған. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, армияға алынасаҡ егеттәр медицина тикшеренеүен үҙәк район дауаханаһының поликлиника бинаһында үтә. «Вирустан һаҡланыуҙы тәьмин итергә медицина учреждениеһында шарттар ҙа, бактерицид нурландырыусы ҡорамалдар ҙа бар. Беҙҙең тәҡдимде аңлап ҡабул итеп, ыңғай килгән район хакимиәте етәкселегенә һәм райондың баш табибына рәхмәт белдерәм», — ти Рөстәм Миңлеғәле улы.

Призывниктар дауаханаға килеүсе бүтән пациенттарҙан, сирлеләрҙән тулыһынса изоляциялана. Уларға поликли-никаға инеү янғын хәүефһеҙлеге баҫҡысы аша ойошторолған. Унда ла: «Мин комиссияға», — тип повестканы күрһәтеп, туп-тура үтеп китеп булмай. Егеттәр бинаға үтмәҫ элек «барьер рубежында» туҡтатыла. Хәрби комиссариат һәм дауахана хеҙмәткәрҙәре термометрия, дезинфекция, инструктаж үткәрә. Контактһыҙ термометрҙар ярҙамындағы тикшереү әгәр тән температураһы күтәрелеүен күрһәтһә, ул кеше комиссияға түгел, дауаланыуға йүнәлтелә. Коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн бөтә һаҡланыу саралары ла күҙәтелә. Призывниктар араһында социаль арауыҡ һаҡлана, ҡәтғи рәүештә бөтәһенән дә битлек, бирсәткәләр кейеү талап ителә.

— Һәм был саралар күҙ буяу өсөн башҡарылмай. Ысын мәғәнәһендә вирусҡа ҡаршы тороуҙы мөмкин булған тиклем тәьмин иттек. Комиссияла эшләүселәрҙең дә хәүефһеҙлеге күҙәтелә — район хакимиәте инфекциянан һаҡлаусы махсус костюмдар бүлде. Хәрби комиссариатта ла санитар-эпидемиологик талаптар үтәлә. Сит-ят кешеләр бинаға үткәрелмәй. Даими рәүештә дезинфекциялау, елләтеү саралары күрелә. Быларҙы бушҡа ғына әйтмәйем: улдарын хәрби хеҙмәткә оҙатасаҡ ата-әсәләр хафаланмаһын. Беҙҙең бурыс — Ҡораллы Көстәр сафына һау-сәләмәт егеттәр оҙатыу, — ти хәрби комиссар.

Медицина комиссияһынан, һөнәри һайлауҙан һуң егеттәр призыв комиссияһы аша үтә. Әйткәндәй, 12 майҙан ДОСААФ үҙенең эшмәкәрлеген башланы, теләк буйынса буласаҡ һалдаттар уҡыуға йүнәлтелде. Армия сафына егеттәрҙе оҙатыу буйынса беренсе сара 25 майға планлаштырылған. 15 июлгә тиклем яҙғы саҡырылыш тамамланасаҡ.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: