+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Май 2020, 10:00

Коронавирус менән сирлеләр өсөн үҙәк әҙер

Республикала ҡыҫҡа ваҡытта коронавирусҡа тарыусыларҙы дауалау өсөн яңы үҙәк сафҡа индерелде.

Өфө районының Зубов ауылы янында төҙөлгән яңы инфекция үҙәге әҙер.Республикала бындай йылдам төҙөлөштәрҙең булғаны юҡ ине әле. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында ошо турала һөйләшеү булды.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, дауахана базаһында табиптар өсөн белемде камиллаштырыу һәм уҡытыу үҙәге барлыҡҡа киләсәк.
Әлеге ваҡытта хеҙмәткәрҙәр тупланып бөткән тиерлек. Унда шулай уҡ 4-се инфекция дауаханаһы бүлексәһе эшләйәсәк. Коронавирус менән сирләгән кешеләрҙе дауалаған табиптар һәм шәфҡәт туташтары вахта юлы менән хеҙмәт итәсәк. Госпиталь хеҙмәткәрҙәре өсөн 46 урынлыҡ ятаҡ та әҙер.
– Башҡорт дәүләт медицина университетының йоғошло ауырыуҙар кафедраһы менән берлектә ординаторҙарҙы уҡытыу һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәткән башҡа белгестәр өсөн квалификация күтәреү үҙәге барлыҡҡа киләсәк, – тине министр.
Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров коронавирус менән сирләгән кешеләрҙе был йоғошло ауырыуҙар үҙәгенә күсереү менән профилле дауаханаларҙағы быға тиклем үҙгәртелгән урындарҙы киренән ҡайтара башларға ҡушты.
Читайте нас: