+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
3 Июнь 2020, 10:00

Путин яңы күрһәтмә бирҙе

Ил етәксеһе дауаханаларҙы элекке эш режимына ҡайтарырға ҡушты. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путин санитария-эпидемиологик хәл буйынса кәңәшмәлә илдә планлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙе тергеҙеү тураһында бойороҡ бирҙе. Был йөкләмә Һаулыҡ һаҡлау министрлығына төбәлгән. Был беренсел, махсуслаштырылған һәм юғары технологиялы медицина ярҙамына ла ҡағыла. Ведомство бойороҡтоң үтәлеше буйынса 20 июнгә тиклем яуап бирергә тейеш.
Президент, илдә коронавирус яңынан ҡуҙғып китһә тип, ошо сир менән ауырыусылар өсөн махсуслаштырылған койка урындар фондын һаҡларға ҡушты. Шулай уҡ Хөкүмәт 10 июнгә тиклем санитария-эпидемиология хеҙмәтен үҫтереү һәм нығытыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш.
Мәскәүҙә иһә планлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡайта башлағандар. 27 майҙа иғлан ителгәнсә, алдағы аҙнала быға тиклем дауаханаларҙағы COVID-19-ҙан дауаланыу өсөн үҙгәртелгән биш мең урын элекке эш режимына ҡайтарыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ пациенттар айырым палаталарға урынлаштырылырға һәм коронавирусҡа тестар алынырға тейеш.
Читайте нас: