+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
4 Июнь 2020, 22:35

Сирлеләр артҡандан-арта

Һунғы тәүлектә республикала 107 кешелә коронавирус асыҡланды.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле сираттағы онлайн-брифинг үткәрҙе. Һуңғы яңылыҡтар менән министр Максим Забелин таныштырҙы.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 107 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 3608-гә етте. Һауыҡҡандар – 1286 (һуңғы тәүлектә 37 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 18. Республика стационарҙарында 995 сирле ята, 1309 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Максим Забелин сирләп китеүселәр араһында оло йәштәгеләрҙең артыуын билдәләне. Әйтергә кәрәк, уларға ҡарата коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүгә бәйле сикләүҙәр алынмаған, комендант сәғәте, үҙ аллы изоляция талаптары үтәлергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндәр йылыныу менән аралашыуҙар ҙа арта, шуға ла оло йәштәгеләр һаман да хәүеф төркөмөндә ҡала. Улар ауырыуҙы күпкә ауыр үткәргәне, пневмония, тын ҡыҫылыу кеүек сир билдәләре хас булыуы билдәләнде.
Читайте нас: