Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 4017 –гә етте. Тәүлек эсендә ауырыуҙар һаны йәнә 89 кешегә артҡан.
Вафат булыусылар юҡ, уларҙың һаны үҙгәрешһеҙ – 18 кеше. Әле стационарҙарҙа 1086 ауырыу дауалана, 41 пациент ауыр хәлдә, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. 1460 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана.
Үткән тәүлектә Рәсәйҙә сирҙе йоҡторғандар һаны 8 985 кешегә артты. Тәүлек эсендә 112 пациент һәләк булған. Ауырыуҙар һаны буйынса беҙҙең ил донъя рейтингында өсөнсө урында. Үлем осраҡтары буйынса 14-се урында киләбеҙ. Рәсәйҙә инфекциянан бөтәһе 5 971 ауырыу вафат булды, 230 688 кеше һауыҡты.