Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу буйынса "Юл картаһы"н индереү "Экология" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла. "Юл картаһы"ның маҡсаты - ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙе иҡтисади яҡтан төшөмлө итеү һәм халыҡҡа ҡый сығарған өсөн түләмдәрҙе кәметеү. Документ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан икенсе сеймал алыу һәм уларҙы артабан хужалыҡ әйләнешенә йәлеп итеүгә һалым ташламаларын ҡулланыу тәртибен раҫлай.