+2 °С
Болотло
"Экология" милли проекты сиктәрендә булдырыласаҡ ҡурсаулыҡ Төнбяҡ диңгеҙҙәге архипелагта, Колыма йылғаһы буйында урынлаша. Ғалимдар әйтеүенсә, ошо архипелагта аҡ айыуҙарҙың иң күп популяцияһы теркәлгән, йыл һайын бында кәмендә 26 айыу балаһы донъяға килә. Аҡ айыуҙар һанын арттырыу, уларҙың йәшәү биләмәһен экологик яҡтан бысратыуға юл ҡуймау маҡсатында ҡурсаулыҡҡа ғалимдар, экологтар йәлеп ителәсәк. Кәрәкле сығымдар федераль бюджеттан бүленәсәк.