+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Июнь 2020, 19:15

Вирус сигенә кеүек

Коронавирус буйынса һуңғы яңылыҡтар билдәле - сирләүселәр кәмей.

Рәсәйҙә мәкерле вирусты йоҡторғандар һаны артыуын дауам итә. Яңы осраҡтар илдең күпселек төбәктәрендә теркәлгән. Көндөң тәүге яртыһына илдә коронавирус инфекцияһына дусар булғандарҙың дөйөм һаны 584 680 кеше тәшкил итте.
Тәүлек эсендә сирҙе йоҡторғандар һаны Рәсәйҙә 7 728-гә артҡан, был кисәге менән сағыштырғанда 161 кешегә аҙыраҡ тигән һүҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 109 ауырыу вафат булған, был кисәгенән 52 кешегә кәмерәк. Дөйөм алғанда, бөтәһе 8 111 ауырыу вафат булды. Тәүлектә 5119 ауырыу һауыҡҡан.
Вирустың таралыу географияһы киң, әүәлгесә антирейтингта беренсе урында Мәскәү ҡалаһы килә. Көсөргәнешле хәл шулай уҡ Мәскәү өлкәһендә, Санкт-Петербургта, Нижегородка, Свердловск, Ростов өлкәләрендә, Красноярск крайында, Дағстанда, Тула һәм Силәбе өлкәләрендә күҙәтелә. Ошо төбәктәр бөгөн айырыуса борсолоу тыуҙыра. Сиргә бирешкәндәр араһында йәштәр ҙә, эшкә һәләтле йәштәгеләр ҙә, өлкәндәр ҙә етерлек.
Башҡортостанда тәүлек эсендә 53 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған. Сиргә күбеһенсә урта һәм өлкән йәштәгеләр бирешеүе билдәле. 782 кеше стационарҙа дауалана, 35 пациенттың хәле ауыр иҫәпләнә. Республикала барлығы 4959 кеше мәкерле сир ҡармағына эләкте.
Читайте нас: