+11 °С
Облачно
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Көнүҙәк
23 Июня 2020, 08:05
Медиктарҙы бүләкләйәсәктәр
Рәсәй Президенты Владимир Путин медиктарҙы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә индергән өлөштәре өсөн бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.#ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Владимир Путин медиктарҙы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә индергән өлөштәре өсөн бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был турала Кремлдең сайтында хәбәр ителә.
Медицина хеҙмәткәрҙәренә Пирогов ордендары һәм Лука Крымский миҙалдары тапшырыласаҡ. Орден менән ғәҙәттән тыш хәлдәр, эпидемиялар, хәрби хәрәкәттәр һәм ғүмер өсөн хәүефле булған башҡа шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәткән өсөн бүләкләйәсәктәр. Миҙалды һаулыҡ һаҡлау тармағындағы ҡаҙаныштары, медицина ярҙамын күрһәтеүҙе ойоштороуға, йәмәғәт һаулығын һаҡлауға индергән өлөштәре өсөн табиптарға, кесе медицина персоналына тапшырасаҡтар. Миҙалды шулай уҡ медицина ойошмаларының башҡа хеҙмәткәрҙәре лә ала аласаҡ.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы:
https://lenta.ru/
#ВладимирПутин
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"