25 июндән 1 июлгә тиклем ил халҡы Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш бирәсәк. Башҡортостан был мөһим сәйәси сараға ныҡлы әҙерлек алып бара. Улар тураһында бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һөйләне. Ул белдереүенсә, республиканың барлыҡ участка комиссиялары санитар талаптарҙы үтәп, һайлауҙы үткәреүгә әҙер. Бөтә территориаль һайлау комиссиялары ла һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, улар участка комиссияһы ағзалары өсөн дә, һайлауслар өсөн дә тәғәйенләнгән.
230 участка һайлау комиссияһында КОИБ-тар эшләйәсәк, ә бөтә участкаларҙа ла һөҙөмтә протоколы QR-код технологияһы аша иҫәпләнәсәк. Комиссияларға 3 миллион 47 мең бюллетень тапшырылған, уларҙың 13 проценты башҡорт телендә, 7 проценты татар телендә. Һайлау һөҙөмтәләре 3 июлдән дә һуңға ҡалмай билдәле буласаҡ.
“Мобиль һайлаусы” системаһы буйынса һайлауға ғаризалар ҡабул итеү тамамланған. Ул гражданинға йәшәгән урынына ҡарамай, теләһә ниндәй участкала һайлау мөмкинлеге бирә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барлыҡ санитар нормаларҙы үтәргә ҡушты.
– Беҙҙең кешеләр әүҙем, 1 июлдә участкала кешеләрҙең күп булыуы көтөлә. Был көндө бик иғтибарлы булырға кәрәк. Кешеләр өсөн хәүеф тыумаһын, – тине ул.