Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда яңы 50 осраҡ теркәлгән, сирлеләр һаны - 5171 кеше. Стационарҙа 717 ауырыу дауалана, шул иҫәптән 27 пациент ауыр хәлдә, 9-ы үпкәне яһалма елләтеү аппараты аҫтында. Амбулатор шарттарҙа - 1653 кеше. Һуңғы тәүлектә 140 кеше дауахананан сығарылған, бөтәһе 2783 кеше тулыһынса һауыҡҡан. Яңы үлем осраҡтары юҡ, вафат булыусылар - 18 кеше.