+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Июнь 2020, 18:55

3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособие 20 меңдән ашыу юллаусыға түләнгән

Май-июнь айында ғариза биреүселәр уны июлдә аласаҡ та инде.

29 июнгә ҡарата 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособие 20 меңдән ашыу юллаусыға түләнгән
Май-июнь айында ғариза биреүселәр уны июлдә аласаҡ та инде. Бөтә ғаризалар ҙа республиканың Халыҡты социаль яҡлау үҙәгендә ҡарала һәм юллаусыға пособие тәғәйенләнеүе йәки уны алырға хоҡуғы булмауы тураһында хәбәр ителә. Документтар етмәү сәбәпле, кире яуап алған осраҡта ғаризаны яңынан бирергә мөмкин. Түләм, уны алыуға хоҡуҡ раҫланһа, ғаризаны ҡайһы айҙа биреүгә ҡарамаҫтан (иң мөһиме – 2020 йыл дауамында), 1 ғинуарҙан башлап тәғәйенләнә.
Быға ҡәҙәр бер ҡасан да гражданиндың ғаризаһы нигеҙендә генә бындай түләмдәр башҡарылманы. Артабан ғариза биреүсе тураһында бөтә мәғлүмәтте республиканың Халыҡты социаль яҡлау үҙәге хеҙмәткәрҙәре ведомство-ара хеҙмәттәшлек юлы менән электрон рәүештә туплай. Шул уҡ ваҡытта ғариза биреүсенең бөтә ғаилә килеме иҫәпкә алына.
Пособиены тәғәйенләүгә тиклемге эш күләме шаҡтай ҙур. Шуға күрә ғаризаларҙы ҡарау ваҡытының оҙайлылығын граждандарҙың аңлап ҡабул итеүе зарур. 20 майҙан алып хәҙерге осорға тиклем ведомство-ара тәьҫир итеш каналдары буйынса үҙәк хеҙмәткәрҙәре 1500000 запрос ебәргән. Уларҙың барыһы буйынса ла мәғлүмәттәр алып бөтөлмәгән әле. Республиканың ҡала һәм район социаль яҡлау үҙәктәрендә лә эш ҡайнай.
Дәүләт хеҙмәттәре порталына республиканан 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособие тәғәйенләтеү буйынса 55 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Шуларҙың 40 меңе июнь айының өс аҙнаһы эсендә ҡабул ителгән, 14 мең ғариза ҡабаттан бирелгән.
2020 йылдың беренсе ярты йыллығына был пособиены түләүгә федераль ҡаҙнанан 945,5 миллион һум аҡса бүленгән, шуның 600 миллион һумы 20 меңдән ашыу балаға түләнгән. Бөгөн тағы ла 10 меңдән ашыу балаға пособие күсереләсәк.
Читайте нас: