Өфөлә урбанистика буйынса халыҡ-ара форум бара. «Биләмәләр үҫеше программаларын синхронлаштырыу. Башҡортостан тәжрибәһе» панель секцияһы ултырышын БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров менән РФ төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров асты.
Беренсе вице-премьер тәүҙә форум Рәсәй Төҙөлөш министрлығы билдәһе аҫтында йыл һайын уҙасаҡ тип һөйөнөслө яңылыҡ еткерҙе.
– Республикала торлаҡ төҙөлөшө менән бер ыңғай социаль һәм сервис объекттары, юлдар төҙөү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү эше лә алып барыла. Яңы йорттарға күсеп килеүселәр аҙаҡ йылдар буйы эргә-тирәлә балалар баҡсаһы, мәктәп, поликлиника, спорт комплексы төҙөлөүен көтөргә тейеш түгел. Беҙ ябай кешеләрҙең мәнфәғәтенән сығып эш итәбеҙ, – тине ул. – Әммә уңайлы мөхит – торлаҡ һәм социаль объекттар ғына түгел. Эш урындары ла кәрәк. Эш булмаған ерҙән кешеләр китеп бөтәсәк.
2020 йылда республикала милли проекттар сиктәрендә 150-нән ашыу объект төҙөлә. Бынан тыш 2019 йылдың сентябрендә Башҡортостан Башлығының «2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше стратегик йүнәлештәре тураһында»ғы Указы ҡабул ителде. Дөйөм алғанда республикала биш йыл эсендә 700 мөһим социаль һәм сәнәғәт объекттары барлыҡҡа килергә тейеш.
– Республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенә яҡын биш йыл дауамында Рәсәйҙең уңайлы йәшәү мөхите булдырылған тәүге биш төбәге иҫәбенә сығыу бурысын ҡуйҙы. Был беҙҙең стратегик маҡсат. Уның өҫтөндә эшләйбеҙ, – тине Андрей Назаров.
Төҙөлөш процестарын уңышлы синхронлаштырыу миҫалы итеп Өфө районында 55 көн эсендә сафҡа ингән яңы инфекция дауаханаһы килтерелде.
РФ төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров, үҙ сиратында, уңайлы ҡала мөхите булдырыу, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, торлаҡ фондын ремонтлау буйынса Башҡортостан тәжрибәһен юғары баһаланы.