+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
30 Июнь 2020, 12:40

«Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш»

Өфөлә ҡала үҫеше буйынса белгестәрҙең беренсе халыҡ-ара форумы башланды.

Бөгөн Өфөлә ҡала үҫеше буйынса белгестәрҙең беренсе халыҡ-ара форумы башланды. Эшлекле йыйында ҡатнашыуға 773 кеше теркәлеү үткән, уларҙың яртыһы форумда онлайн ҡатнаша. Спикерҙар араһында РФ фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков, Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Ирина Яровая, абруйлы эксперт Сергей Капков һәм башҡалар бар. Форумда 13 илдән 25 сит ил спикеры ҡатнаша. Улар араһында ҡала мэрҙары, Европаның алдынғы архитектура бюролары етәкселәре һәм билдәле көнбайыш архитектура мәктәптәре уҡытыусылары. Рәсәйҙең 15 төбәгенән вәкилдәр килде. Хәүефһеҙлек маҡсатында республика ҡунаҡтары барыһы ла коронавирус инфекцияһына тест үтә.
Форумда туризм һәм ҡала биләмәләрен төҙөкләндереү өлкәләрендә биш килешеү төҙөлә.
Читайте нас: