Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был сарала ҡатнашты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле хәл, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының көҙгө һыуыҡтар төшөү менән башлана торған ауырыуҙарға әҙерлек торошон ҡараны. “Эпидемиологик илдә һәм тотош донъяла ҡатмарлы килеш ҡала, төрлө яҡҡа үҙгәреп китеүе бар. Шуға күрә беҙгә тынысланырға иртәрәк әле”, - тине Владимир Путин. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ауырыусылар һаны кәмемәй, был борсолоу тыуҙыра, тип өҫтәне ул.