+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Август 2020, 12:50

«БСК Ҡуштау буйына йыйылыусылар менән турана-тура диалогҡа сығырға тейеш»

БР Башлығы янындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ институтын үҫтереү буйынса совет Фейсбуктағы сәхифәһендә ошолай тип белдерҙе.

«Башҡорт сода компанияһы» АЙ-һы Үрнәк ауылы эргәһендә геологоразведка эштәре башлауы һәм ағастарҙы ҡырҡыуға тотоноуҙары сәбәпле, Ишембай районында республика йәмәғәтселеге ҡаршылыҡ акцияларына сыҡты, — тиелә унда. — Ҡуштау итәгендә йыйылыусылар тәбиғи байлыҡты һаҡлап ҡалырға теләүҙәре, шихандарҙы эшкәртеүгә ҡаршы булыуҙары хаҡында белдерә һәм экологик именлекте һаҡлауҙы талап итә. Үкенескә ҡаршы, акция тыныс ҡына үтмәне, йәмәғәтселәр менән урындағы һаҡ предприятиеһы, полиция вәкилдәре араһында бер нисә бәхәсле хәл тыуҙы. 9 августа тау итәгендә урынлашҡан кешеләр флэшмоб үткәрҙе һәм тауҙы һаҡлау буйынса үҙ позицияһын белдерҙе».
Кеше хоҡуҡтары буйынса совет Ҡуштау эргәһендә барған хәл-ваҡиғалар буйынса борсолоу белдерә һәм БСК етәкселегенә бында йыйылған йәмәғәтселәр менән осрашып һөйләшергә тәҡдим итә. Улар ғалимдар, урындағы етәкселек, йыйылған халыҡ менән осрашып, бөтә рөхсәт ҡағыҙҙарын күрһәтергә һәм һорауҙарға яуап бирергә тейеш, тинеләр Советта. Ә Эске эштәр министрлығы, Росгвардия вәкилдәре бөтә мөрәжәғәттәргә оператив яуап бирергә бурыслы. Шулай уҡ шәхси һаҡ предприятиеһы хеҙмәттәре йыйылған кешеләргә ҡаршы көс күрһәтеү өсөн түгел, ә БСК биләмәһен һаҡлау өсөн генә ҡулланылырға тейеш.
Читайте нас: