+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
4 Сентябрь 2020, 12:50

Коронавирус сигенмәй

Һуңғы тәүлектә илдә тағы 4952 кешенең коронавирус инфекцияһын йоҡторғаны раҫланды.

Һуңғы тәүлектә илдә тағы 4952 кешенең коронавирус инфекцияһын йоҡторғаны раҫланды. Пандемия башланғандан алып Рәсәй буйынса ауырыуҙар һаны бер миллиондан ашып китте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 115 кешене мәкерле сирҙән ҡотҡарып булмаған.
Башҡортостанда ла сирҙең яңы осраҡтары теркәлеүе дауам итә — һуңғы тәүлектәрҙә 31-32 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланып тора. Республикала сирҙе йоҡторғандарҙың һаны 7856-ға етте. Бөтәһе 6 918 ауырыу һауыҡҡан, вафат булғандар һаны — 29 кеше. Дауахананан тыш пневмония менән ауырыусылар көндән-көн арта. Әйтәйек, һуңғы тәүлектә төбәктә ошондай 91 сирле асыҡланған. Дауахананан 103 пациент һауығып сыҡҡан.
Был аҙнала хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙең йәнә йомшартылыуы һәм икенсе этапҡа аяҡ баҫыуыбыҙ тураһында хәбәр итте. 1 сентябрҙән мәктәптәр һәм балалар баҡсалары эшләй башланы. Белем биреү учреждениеларында бөтә санитар талаптар үтәлергә тейеш. Балалар түңәрәктәре, секциялар, күңел асыу үҙәктәре лә эш башларға әҙер.
— Яҡын арала театр миҙгелен асыу буйынса тәҡдимдәр көтәм, — тине төбәк етәксеһе мәҙәниәт министрлығы вәкилдәренә.
Ә бына төнгө клубтар һәм дискотекалар асылмай. Төп талап — 50-нән ашыу кеше йыйылмау — һаман һаҡлана әле.
— Коронавирус буйынса ыңғай күрһәткестәр күҙәтелә. «Роспотребнадзор»ҙың ҡарары менән икенсе этапҡа күстек. Тимәк, яйлап был йәһәттән алға барабыҙ. Тик оноторға ярамай, сир барыбер юҡҡа сыҡманы. Мин табиптар менән һөйләшеп торам, сирләүселәр байтаҡ һәм ауыр хәлдәгеләр күп, — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға ошо көндәрҙә барлыҡ үҙгәрештәр ҙә индереләсәк.
Читайте нас: