Ошо йәкшәмбелә океан һыуынан, унда һәләк булған микроорганизмдарҙан һынау элементтары Мәскәүгә килтерелеп, лабораторияларға анализға ебәрелде. Диңгеҙ хайуандарының ағыуланыу сәбәптәрен химия һәм биология буйынса белгестәр асыҡлаясаҡ.
“Экология” милли проекты кураторҙары был хәлдең донъяла ҙур резонанс табыуын белдереп, тәфтиш эштәренә бөтә кәрәкле хеҙмәттәрҙе йәлеп итергә саҡырҙы.
Камчатка ярымутрауы буйында океанда ял иткән серферҙар ҙа, туристар ҙа һыуға төшкәндән һуң хәлһеҙлек булыуына, күҙҙәрҙең ауыртыуына, уҡшыуға зарланды, улар социаль селтәрҙәрҙә ошо хәл тураһында уртаҡлашты. Күп тә үтмәй, океан ярындағы ҡомға тиҫтәләгән үле хайуандар ағып сыҡты, улар араһында һигеҙаяҡтар, балыҡтар, краб-кальмарҙар, хатта нерпалар ҙа булды.
Төбәк етәкселеге берәй нефть ташыусы судноға зыян килеүе йәки предприятиеның ағыулы химикаттары һыуға ағып төшөүе ошондай экологик бәләгә килтереүе ихтимал тип иҫәпләй.
фото: "Российская газета"