-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Октябрь 2020, 12:45

Битлек режимы һәм штрафтар тураһында

Республикала быйылғы йылдың яҙында коронавирусҡа бәйле ғәмәлдә булған тыйыуҙар һәм сикләүҙәр әкренләп кире ҡайта. Был сирҙең икенсе тулҡыны менән бәйле.

Республикала быйылғы йылдың яҙында коронавирусҡа бәйле ғәмәлдә булған тыйыуҙар һәм сикләүҙәр әкренләп кире ҡайта. Был сирҙең икенсе тулҡыны менән бәйле.
Күптән түгел төбәк Башлығы дауаханаларҙа сирлеләр күп булыуын билдәләне, республикала, илдә һәм донъяла ла сирләгәндәр һаны көндән-көн арта бара. Үткән аҙнала тәүлек эсендә ҡуйылған диагноздар буйынса рекорд – 14 меңдән ашыу кеше. Ҡыш етә барған һайын, хәл-торош ҡатмарлашасаҡ. Беҙ үҙеңде хәүефтән мөмкин тиклем аралау өсөн мотлаҡ үтәлергә тейешле иң мөһим талаптарҙы барланыҡ.
- Радий Хәбиров уҡыусыларҙы каникулға иртәрәк ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Улар мәктәпкә 5 ноябрҙән һуң ғына барасаҡ. Шул уҡ ваҡытта республика Башлығы, эпидемиологик хәл-торош насарайһа, каникул тағы ла оҙайтылыуы ихтимал, тип белдерҙе. Мәҫәлән, Мәскәүҙә башланғыс класс уҡыусылары ғына уҡырға барҙы, ҡалғандар дистанциялы белем алыуға күсте. Был алым башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланылыуы ихтимал, тип күҙаллана. Әммә әлегә аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителмәгән.
- 1 декабргә тиклем күмәк халыҡ ҡатнашҡан ҙур саралар үткәрелмәйәсәк. Бик аҙҙары ғына рөхсәт ителде, ә ҡалғандары билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелде. Республикала спорт саралары ҡабаттан көйәрмәндәрһеҙ үткәрелә башлай. Спорт секциялары һәм түңәрәктәр әлегә элеккесә эшләүен дауам итә. Аралашыуҙы мөмкин тиклем сикләү – бик мөһим. Шуға күрә юл йөрөүҙән, ҙур магазиндарға, туйҙарға, юбилейҙарға, концерттарға, ғөмүмән, кеше күп йыйылған урындарға барыуҙан тыйылып тороғоҙ.
- Кинотеатр һәм театр залдарының рөхсәт ителгән тулыландырыу кимәлен 50 проценттан 30 процентҡаса кәметеү күҙаллана. Урамда үткәрелгән саралар һаны ике тапҡырға ҡыҫҡара.
- Мөмкин булһа, өйҙән эшләгеҙ. Әгәр һеҙ бизнес тармағы етәксеһе булһағыҙ, хеҙмәткәрҙәрегеҙҙе ситтән тороп эшләүгә күсерегеҙ. Ғәмәлдә күренеүенсә, эштәрҙең 90 процентын фатирҙан сыҡмайынса ла эшләргә мөмкин. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса министрлығы туҡталыштар янында медицина битлектәре һатыуҙы яйға һалырға һәм, иртәнге-киске сәғәттәрҙә транспортта халыҡ ағымын кәметеү маҡсатында, эш биреүселәргә эш сәғәттәрен бер ни тиклем үҙгәртергә тәҡдим итә.
- 65 йәштән өлкән кешеләрҙе үҙҡурсаланыу режимын теүәл үтәргә саҡыралар. Өйҙән сығыу өсөн сәбәптәр – аҙыҡ-түлек алыу өсөн магазинға, дарыуханаға, баҡсаға йәки ҡала янындағы йортоңа, зыяратҡа барыу. 65 йәштән өлкән эшләп йөрөгән граждандарға ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы (больничный) асырға тәҡдим итәләр.
- COVID-19 йәки «дауахананан тыш пневмония» диагнозы ҡуйылған сирлеләр менән аралашҡан, респиратор сир симптомдары менән дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт иткән 65 йәштән ололар һәм уның менән бергә йәшәүселәр, тыуған яғына ҡайтҡан вахтасылар (рәсми обсерваторҙарҙа) мотлаҡ ике аҙналыҡ үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын һаҡларға тейеш.
- Әгәр отпускығыҙ мәлендә Төркиәгә барып ҡайтһағыҙ, өс көн эсендә коронавирусҡа анализ биреп, уны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталының махсус бүлегенә ҡуйырға тейешһегеҙ. Әгәр быны эшләмәһәгеҙ, штраф түләйәсәкһегеҙ. Үткән аҙнала ошо сәбәпле Күмертау ҡалаһы кешеһенә 15 мең һум штраф һалынды. Әгәр ҡайҙалыр ял итергә барырға планлаштырһағыҙ, уны кисектереп тороу яҡшыраҡ булыр.
- Ваҡыт үтмәҫ борон киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтегеҙ. Был һеҙгә ҡышҡыһын, сирҙәр аҙған мәлдә, насар эҙемтәләрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк.
Читайте нас: