+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Октябрь 2020, 12:44

Инфекцияны профилактикалау маҡсатында

БР Роспотребнадзор идаралығының Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондары буйынса төбәк бүлегенән вазифалы кешеләр, район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм хакимиәт вәкилдәре менән берлектә, йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәте күрһәткән һәм аҙыҡ-түлек менән сауҙа иткән предприятиеларҙа эпидемияға ҡаршы саралар үтәлешен ҡараны.

Рейд барышында «Пятерочка», «Магнит», «Фасоль» супермаркеттары, «Жиши-Суши» һәм Асҡар баҙары биләмәһендә урынлашҡан башҡа йәмәғәт туҡланыуы урындары тикшерелде һәм пандемия шарттарына ярашлы ҡуйылған ҡайһы бер талаптарҙың еткерә үтәлмәүе, атап әйткәндә, битлек режимының күҙәтелмәүе, антисептик саралар, социаль дистанция билдәләре булмауы буйынса етешһеҙлектәр асыҡланды. Роспотребнадзор идаралығының төбәк бүлеге тарафынан тикшереү уҙған әлеге сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы нөктәләренең хужаларына — юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға өҫтәмә санитар-эпидемиологик саралар үткәреү буйынса күрһәтмәләр бирелде.
Яңы коронавирус инфекцияһының таралыу хәүефе көсәйеү сәбәпле, профилактик маҡсатлы рейдтар уҙғарыу артабан да дауам итәсәк.
Читайте нас: