+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Ноябрь 2020, 13:38

Ҡарағастарҙы белгестәр ҡараны

Донъяла изгелекле кешеләр күп ул барыбер. Бына бер аҙна инде Ҡужан ауылы эргәһендәге аҡланда вәхшиҙәр ҡулынан зыян күргән өлтөк ҡарағастарҙы һаҡлап ҡалыу буйынса эҙмә-эҙлекле эштәр алып барыла.

Донъяла изгелекле кешеләр күп ул барыбер. Бына бер аҙна инде Ҡужан ауылы эргәһендәге аҡланда вәхшиҙәр ҡулынан зыян күргән өлтөк ҡарағастарҙы һаҡлап ҡалыу буйынса эҙмә-эҙлекле эштәр алып барыла. Тәү сиратта, көслө ел сыға ҡалһа, йығылыу ҡурҡынысы янаған ҡарағастарға таяуҙар терәү, тростар менән тарттырыу, шулай уҡ бысылған урында хасил булған ектәргә шына ҡатыу юлы менән хәүефһеҙләндерелде. Ағастарҙы һаҡлап ҡалыу буйынса ла, уларҙың кибеп һәләк булыуына юл ҡуймаҫ өсөн, белгестәр кәңәшен тотоп, олондарҙы целлофан менән уратып бәйләп беренсел ярҙам күрһәтелде. Өлтөкәйҙәрҙең артабанғы яҙмышын фән эшмәкәрҙәренә һәм махсус белемле белгестәргә тапшырыу ҡарары был осраҡта бик дөрөҫ аҙым. Шишәмбе ваҡиға урынына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы саҡырыуы буйынса Өфөнән билдәле биолог С. В. Герасимов, урман-техник техникумы уҡытыусыһы Э. М. Ғәзиева килде. Магнитогорскиҙан йәшел төҙөлөш инженеры, ылыҫлы культуралар үҫтереү буйынса тәжрибәле агроном Л. Г. Кликанова һәм «Ылыҫлы ағас» питомнигы хеҙмәткәре Андрей Кутуковтың да, ағастарҙың яраларын ҡарап, уларҙы «дауалау» буйынса фекер алышыуҙа үҙ һүҙҙәрен әйтеүе артабан нимәләр эшләргә кәрәклеге һәм ярамауы буйынса уртаҡ ҡарарға килтерҙе.
Ағастарҙы реанимациялау буйынса башҡарылған тәүге ашығыс сараларҙы Сергей Владимирович ыңғай баһаланы. Ҡышҡы бурандарҙа терәүҙәр үҙҙәре һелкенеп торасаҡ, күберәк шына ҡатып сығыу ҡарағастар өсөн ышаныслыраҡ буласаҡ, тине. Һауа, ел тәьҫирендә ағас ҡороуға китмәһен өсөн бысылған урындарҙы ныҡ итеп уратып бәйләп сығыу — гидроизоляциялау дөрөҫ сара булыуын белдерҙе биолог.
Бер ҡарағасты тәжрибәле баҡсасы, Михайловкала шәхси питомник тотҡан Зөфәр Саҙриев үҙ ҡарамағына алған. Зөфәр ағай целлофан өҫтөнән олондо ҡалай тимер менән уратып нығытҡан, йылы тотоу маҡсатында поролон ҡулланған. С. В. Герасимов уның эшен хуплап, башҡа ағастарҙы ла хәҙергә, улар йоҡоға талған мәлдә, ошолайтып бәйләп сығырға ҡушты. Ә тотош комплекстан торған төп эштәрҙе яҙғылыҡҡа билдәләне. Әлегә төп бурыс: ағастарҙың ҡышҡы миҙгелдә ныҡ тороуын тәьмин итеү, олондоң кибеүенә һәм туңыуына юл ҡуймау тине. Шулай уҡ ағастарға көс биреү өсөн мул итеп һыу ҡойоу, ҡышҡыһын ҡар өйөү зарур.
Апрель аҙағында, дөрөҫөрәге айҙың 20-һенән һуң, ҡарағастарҙың бәйҙәрен сисеп, олон буйлап һут китеүгә булышлыҡ итер өсөн бысылған ерҙәренә мөмкин булған тиклем тығыҙлап «ағас ҡоймаҡтар» ҡағыу кәрәклеген аңлатты С. В. Герасимов. Был маҡсатта ул фәҡәт икенсе берәй тере ҡарағасты файҙаланырға кәңәш итте. Улар һут йөрөһөн өсөн «күпер» функцияһын үтәйәсәк. Белгес ағас культураларының үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, уларҙың үҫешен, тереклек итеүен тәьмин итеүсе кәрәкле татлы ризыҡ та-мырҙарға ҡайыры аҫтындағы ҡатламдан ағып төшөүен аңлатып, ошо биологик процесты тергеҙеү буйынса кәңәштәрен әйтте.
— Ҡарағастарҙың 30 процент самаһы өлөшө бысҡы тештәренән зыян күрмәй ҡалыуы уларҙың терелеп китеүенә өмөт уята. Әммә ағастар үҙҙәре ҡарт. Бына шул хафаландыра ла инде. Йөҙйәшәр ағастарҙы ҡотҡарып ҡалыу тәжрибәһе хатта донъяуи кимәлдә билдәле түгел. Шулай ҙа, өмөтһөҙлөккә бирелеп, ҡулдарҙы төшөрмәйек әле, — тине С. В. Герасимов.
Уның был фекерен, ҡарағастарға былай ғына һәләк булырға бирмәйәсәкбеҙ, тип, ҡалған белгестәр һәм экоактивистар ҡеүәтләне. Ағастарҙы элекке кеүек һәр береһен айырым кәртәгә алыу зарурлығы билдәләнде. Юғиһә күп тапалыуҙан ағас төптәрендәге ер ҡаҡ саңдауға әйләнгән, был тамыр системаһына ҙур көсөргәнеш бирә икән. Лилия Георгиевна дымды һаҡлау маҡсатында ектәрҙе тиҙәк һәм балсыҡ иҙмәһе менән тултырырға кәңәш итте, тик ҡатнашманы марганцовка эретмәһе йәки башҡа препараттар менән зарарһыҙландырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Уникаль ҡарағастарға ҡул күтәреү аңлы кешенең эше түгел, ул һис шикһеҙ үҙ аҡылында булмағандыр. Башҡа һыймаҫлыҡ вәхшилек. Айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһен һаҡлау буйынса дәүләт кимәлендә стратегия булмауы ошо ҡот осҡос хәлгә килтереп терәтте лә беҙҙе. Әгәр ҡарағастар тәүлек әйләнәһенә һаҡланһа, бик булмағанда биләмә видеокүҙәтеү ҡоролмаһы менән йыһазландырылһа, был хәл булмаҫ ине. Үҙенсәлекле генетик фондты һаҡлап ҡалыу маҡсатында быға ҡәҙәр лабораторияла яһалған бөҙрә ҡарағастарҙы клонлаштырыу тәжрибәләре килеп сыҡманы. Хәҙер иһә ағастарға бөтөнләй юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай. Шуға күрә, элекке Мичурин ысулына ҡайтып, ябай ҡарағастарҙы бөҙрәләр менән прививкалау тәжрибәһен ҡулланып ҡарар кәрәк. Бәлки, шул рәүешле генетик фондты һаҡлап ҡалып булыр. Был эшкә студенттарҙы йәлеп итергә мөмкин. Тағы ла бөгөн ҡарағастар биләмәһендә ике бөртөк йәш үҫентене күрһәттеләр. Күҙҙәрем алдамаһа — бөҙрә ҡарағастарға оҡшағандар. Уларға үҫеп китергә яҙһын, — тине С. В. Герасимов журналистарға биргән интервью-һында.
К. Х. Абдуллина, ҡуртымсы:
— Пандемия ваҡытында кеше ғүмерҙәре өсөн алыш барғанда яуыз уйлы заттар 29-нан 30 октябргә ҡараған төндә тәбиғәт күрке булған мөһабәт бөҙрә ҡарағастарҙы тәләфләп, әрәм итте. Ҡара эсле әҙәмдәрҙән ярҙам итергә теләгән яҡшы кешеләр күп булыуы ағастарҙың терелеп китеренә, быны бер туҡтауһыҙ Раббымдан үтенеп һорайым, өмөтләндерә. Өлтөк ҡарағастарҙы һаҡларға, яҡларға тип ағылған халыҡтың күплеге! Полиция енәйәтселәрҙе асыҡлау буйынса үҙ эшен башланы. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, белгестәр, ирекмәндәр ағастарҙы дауалау буйынса ҙур эш алып бара. Район етәкселеге, депутаттар ҙа битараф ҡалманы. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, ти халыҡ. Яҡшы кешеләрҙең ярҙамы, ихлас теләге менән ҡарағастарҙы ҡотҡара алырбыҙ, тип ышанам.
Читайте нас: