+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
3 Декабрь 2020, 18:45

Өфөлә Билдәһеҙ һалдат көнөнә арналған саралар уҙҙы

Исемдәре – билдәһеҙ, батырлыҡтары – үлемһеҙ: бөгөн Рәсәйҙә Билдәһеҙ һалдат көнө билдәләнә.

3 декабрь Рәсәйҙә Билдәһеҙ һалдат көнө билдәләнә.
Билдәһеҙ һалдат көнө уңайынан беҙҙең республика «Бер кем дә онотолмаған» акцияһына ҡушылды. Бөгөн Өфөлә Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскә һалынды. Һуңынан эҙәрмәндәр тарафынан Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк һәләк булған яҡташыбыҙ, 170-се уҡсы дивизия яугиры Яҡуп Тейәпҡол улы Миңлеғоловтың яу яланында табылған һөйәктәре тыуған ерендә ерләү өсөн тапшырҙы. Яугир сығышы менән Дәүләкән районынан, Псков өлкәһендә һәләк булған. Уның ҡәбере быйылғы йылдың көҙөндә Псков өлкәһенең Себежск районында “102-се бейеклек” отряды эҙәрмәндәре тарафынан табыла. Яҡуп Миңлеғоловтың шәхесен шәхси әйберҙәрен һаҡлауға ҡабул итеү тураһындағы квитанцияның бер өлөшө буйынса асыҡлайҙар.
Артабан саралар Республика Хәрби дан музейында дауам итте. Бында алдынғы эҙәрмәндәрҙе Рәсәй Оборона министрлығының билдәләре һәм Дәүләт Думаһының Маҡтау грамоталары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Дөйөм алғанда, республиканың 11 район-ҡалаһынан 23 эҙәрмән бүләкләнде.
Сара барышында эҙәрмәндәр Краснокама районы яугире Андрей Иванович Чуриндың медальон капсулаһын һәм ҡушымтаһын туғандарына тапшырҙы. 1900 йылда тыуған яугирҙең ҡәбере Тверь өлкәһенең Ржев районында табылған.
Рәсәй Оборона министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, илдә һәм башҡа дәүләттәр биләмәләрендә 7,2 миллион совет һалдаты ерләнгән, уларҙың 4,6 миллионы билдәһеҙ һалдат һанала.
Читайте нас: