-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Декабрь 2020, 19:05

15 декабргә ҡараған төндә Ишбулды ауылындағы янғында 11 кеше ут ҡорбаны булды

Фажиғә урынына 15 декабрь иртә менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килеп етте.

Ул янғын сыҡҡан йортто ҡарағандан һуң, БР Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров, муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығы етәксеһе Марат Латипов, райондың яуаплы хеҙмәттәре етәкселәре, прокуратура, эске эштәр бүлеге, Тәфтиш комитеты вәкилдәре ҡатнашлығында Ишбулды урта мәктәбендә оператив кәңәшмә уҙғарҙы.
Район башлығы Илдар Таһир улы республика етәксеһен ваҡиғалар барышы менән таныштырып, иҫән ҡалғандарҙың икәүһенә медицина ярҙамы талап ителмәүе, өсәүһе үҙәк район дауаханаһына оҙатылыуы хаҡында әйтте, үлгәндәрҙең яҡындары менән «Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубы һәм Белорет ҡалаһы психологтары эшләй.
— Бөгөн шундай ауыр хәл — фажиғә теркәлде. 11 кеше һәләк булды. Был хәл-ваҡиғаларға хоҡуҡи баһаны прокуратура һәм Тәфтиш комитеты бирер. Ә беҙ, үҙебеҙҙең вәкәләттәр сиктәрендә бөтә бурыстарҙы үтәргә тейешбеҙ, — тине Радий Хәбиров кәңәшмәне асып. — Тәү сиратта һәләк булғандарҙы ерләүҙе ойошторорға кәрәк. Был сығымдарҙы Республика Хөкүмәте үҙ өҫтөнә аласаҡ. Икенсенән — ут ҡорбаны булған ололарҙың туғандарын табыуҙы йәһәтләргә. Өсөнсөнән, был иң мөһиме, иҫән ҡалғандарға ярҙам итеү, кәрәк икән — был мәсьәләгә Һаулыҡ һаҡлау минитсрлығы ла йәлеп ителә, баш ҡалаға эвакуациялау. Ә дүртенсенән — бындай фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн профилактик сараларҙы йышайтыу. Ошо йүнәлештә эш алып барған социаль учреждениелар нисәү икәнлеген биләләргә, уларҙың һәр береһендә хәүефһеҙлек талаптары үтәлешен, лицензиялары булыу-булмауын тикшерергә кәрәк. бының өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, хоҡуҡ һаҡсылары ҡатнашлығында рейдтар уҙғарыу шарт. Әлегә бер кемде лә ғәйепләмәй торайыҡ — тикшереү барыһын да асыҡлар. Тик миңә бәләкй генә йортта шунсама кеше урынлаштырылыуы оҡшап етмәй. Эвакуация юлдары мотлаҡ булырға тейеш ине.
Радий Фәрит улы шулай уҡ, ялҡындан зыян күргән күрше йорттар хужаларына ла матди ярҙам күрһәтеү зарур, тине һәм иҫке генә машинала булһа ла, янғын урынына тәүге булып килеп еткән Хәлил ауылы ирекле дружинаһы егеттәренә рәхмәт әйтеп, киләсәктә уларҙы яңы техника менән тәьмин итеү мөмкинлеген ҡарарға вәғәҙә итте. Эйе, районда ирекле янғын һүндереү командалары әҙ, уларҙың күбеһенең техниканы ҡышҡыһын һаҡлау өсөн йылы гараждары ла юҡ. Шуны ла билдәләп үтмәй булмай: ирекле дружиналарҙың ғына түгел, район үҙәгендәге янғын һүндереү часының да техникаһы ныҡ туҙҙы, бөтә Әбйәлил күҙ терәп торған был машиналарға 30 йылдан ашыу. Ә янғын осраҡтары буйынса беҙ тыныс райондар иҫәбендә түгел. Шуға күрә, 61-се янғын һүндереү часының да матди-техник базаһын яңыртыу ҡамасауламаҫ ине.
Читайте нас: