+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Декабрь 2020, 13:02

Атайға ла, әсәйгә лә кәрәкмәгән сабый...

Федераль каналдан ете айлыҡ сабыйын ишек яҡтауына һуғып үлтергән 22 йәшлек райондашыбыҙ тураһында тапшырыуҙы ҡарап бөткәнсе үҙемде бер боҙло һыу менән ҡойонғандай, бер утҡа ингәндәй хис итеп, ер ярығы булһа, оялышымдан шунда инеп йәшенерҙәй булып ултырҙым. Был тиклем дә итеп, бөтә илгә исем һаттылар.

Бер бысраҡ һыйыр бөтә көтөүҙе буяй, тигән мәҡәл тел осонда тик тора. Федераль каналдан ете айлыҡ сабыйын ишек яҡтауына һуғып үлтергән 22 йәшлек райондашыбыҙ тураһында тапшырыуҙы ҡарап бөткәнсе үҙемде бер боҙло һыу менән ҡойонғандай, бер утҡа ингәндәй хис итеп, ер ярығы булһа, оялышымдан шунда инеп йәшенерҙәй булып ултырҙым. Был тиклем дә итеп, бөтә илгә исем һаттылар. Тапшырыуҙы ҡараған, Әбйәлилдең хозур тәбиғәте, тырыш, намыҫлы халҡы, һәләтле, уңған ҡатын-ҡыҙҙары, булдыҡлы ир-егеттәре тураһында бер ни белмәгән кеше, «китсе, ҡайһылай эскеселәр йәшәй икән», тип уйлайҙыр. Был бит дөрөҫ түгел. Йорт һайын, урам һайын эскеселәр йәшәһә, «Айыҡ ауыл», «Сәләмәт ауыл» кеүек мәртәбәле конкурстарҙа кем ҡатнашыр ине һуң? Ысынлап та, бер насар осраҡ бөтә райондың исемен сығарып, намыҫын аяҡ аҫтына һалып тапаны шул.
Әммә был — беҙҙең бәлә. 22 йәшлек ҡатындың иҫерек килеш, үҙ сабыйын атып бәреү осрағы Магнитогорскиҙа теркәлгән, енәйәт эшен дә Силәбе өлкәһе Тәфтиш комитеты ҡуҙғатҡан тип аҡланырға маташһаҡ та, ул — беҙҙең райондаш, тимәк, Әбйәлилдә үҫкән, ошонда белем алған, тормошҡа сыҡҡан икәнлеген инҡар итеп булмай.
10 декабрҙә Силәбе өлкәһенең матбуғат саралары бәпестең оҙаҡ ваҡыт комала ятҡандан һуң, алған ауыр йәрәхәттәрҙән мандый алмай йән биреүе хаҡында хәбәр итте. Сабыйҙың ғүмерен ҡыйған ҡатын һаҡ аҫтына алынды, уға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһы буйынса эш асылды.
Ике ҡыҙ үҫтергән ғаилә был фажиғәгә хәтлем Әлмөхәмәт ауыл биләмәһендә йәшәүе билгеле булды. Аңлатма һорап, биләмә хакимиәте башлығы И. С. Батыршинға мөрәжәғәт иттек.
— Ғаилә башлығы көтөүсе булып эшләне. Улар законлы никахта тормай, өлкән ҡыҙҙарына 2 йәш, бәләкәскә 7 ай ине, — ти Иҙрис Салауат улы. — Былтыр йәш ғаиләгә ҡарата бер ниндәй ҙә ялыу булманы — ҡатын бала ҡарап өйҙә ултырҙы, ир эшләне. Әммә быйыл хәл киҫкен үҙгәрҙе — улар икеһе лә эсә, үҙ-ара һуғыша башланы, балаларын йүнләп тәрбиәләмәне. Ошоға бәйле, йорттарында бер нисә тапҡыр булдыҡ, ата-әсәлек бурыстарын тейешле башҡармаған өсөн акт та төҙөлдө...
— Ғаилә быйыл беренсе тапҡыр бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ултырышында ҡаралды. Тәүгә комиссияға саҡырылған, быға тиклем ялыуҙар булмаған, төҙәлергә ынтылғандарҙы, нигеҙҙә, иҫәпкә ҡуйырға тырышмайбыҙ, — тип аңлатты комиссия секретары Нәдилә Фәттәхова. — Улар ҙа комиссия ағзаларына эсмәҫкә, төҙәлергә һүҙ бирҙе. «Ғаилә» үҙәге артабан уларҙың йортона барып, йәшәү шарттары менән танышты, алкоголгә бәйлелектән дауаланырға тәҡдим итте, социаль хеҙмәт белгестәре тейешле пособиеларҙы юллауҙы үҙ өҫтөнә алды. Тик улар араҡы элмәгенән ҡотола алмауы арҡаһында ошондай аяныслы хәлгә барып етте...
Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия һәр эскән ҡатынды, ҡатынын йәберләгән һәр ирҙе өйөнә барып ҡарап тора алмай. Хәмер ҡулланыуҙан туҡтамаған әсәләрҙе артабан бала табыуҙан да тыя алмай — был һәр кемдең шәхси эше. Ләкин бала тыуғас уны бағырға ла кәрәк, ә эскән, ғәмһеҙ ҡатын-ҡыҙ ошо төшөнсәне онотоп, әсәлек бурыстарына илке-һалҡы ҡарай.
Һөҙөмтәлә көндәр буйы ас ултырған, кейемдәре йыуылмаған, бысраҡ түшәктә йоҡлаған ғәйепһеҙ сабый интегә, йәки олоғайған көнөндә йүнһеҙ ҡыҙының балаларын тәрбиәләргә, мәктәпкә йөрөтөргә, өҫ-башын хәстәрләргә мәжбүр булған өләсәйҙәр ыҙалай...
Р. МӘСӘЛИМОВА.
Читайте нас: