+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Ғинуар 2021, 11:00

Ниһайәт, сүп-сарҙы сортировкалауҙы башлаясаҡтар

“Экология” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортировкалау буйынса тәүге комплекс төҙөү тамамланды. Ул Туймазы районында урынлашҡан.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроекты

Сүп-сар полигоны биләмәһендә ҡуйылған был комплексҡа әле монтажлау ҡорамалдары ҡуйыла. Шул иҫәптән ротор һәм магнит сепараторҙары, пресс, транспортерҙар һәм башҡалар. Комплекс йылына 100 тонна ҡалдыҡты эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Төҙөлөшкә “Экология Т” төбәк операторы 140 миллион һум һаласаҡ, 80 – 100 кешегә эш урыны булдырыла.
Төбәк операторҙары был эште яйға һалыуын барыһы ла көтә, юғиһә йылдан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн аҡса түләйбеҙ, уның хаҡы ла арта бара, ә Асҡарҙа полигон сүп-сар менән тулғандан тула бара, уны эшкәртеү тураһында һүҙ ҙә юҡ әле.
Читайте нас: