-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Ғинуар 2021, 12:20

Ауылдарҙа интернет селтәренә тоташалар

“Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү” федераль программаһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 2027 йылға тиклем 100-ҙән артыҡ кеше йәшәгән ауылдарҙа интернет селтәренә тоташыу буйынса коллектив нөктәләр барлыҡҡа килергә тейеш.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү” федераль программаһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 2027 йылға тиклем 100-ҙән артыҡ кеше йәшәгән ауылдарҙа интернет селтәренә тоташыу буйынса коллектив нөктәләр барлыҡҡа килергә тейеш.
Был программаға 1500 самаһы ауыл ингән, улар алты йыл дауамында дәррәү рәүештә глобаль селтәргә тоташтырыласаҡ. Бөтәһе лә тоташа алған Wi-Fi роутерҙар клуб, мәктәп кеүек йәмәғәт урындарында барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан Республикаһының дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумкин ошо хаҡта белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, был федераль проекттың бер етешһеҙлеге бар – интернетты ауылға йәки берәй социаль объектҡа тиклем һуҙыу ҡаралған. Башҡортостан халыҡтың күпләп интернетҡа тоташыуы буйынса өсөнсө урында тора, республика халҡының 1,5 проценты йәки 60 меңе был мөмкинлеккә эйә түгел, уны яйға һалыуы бик ҡиммәт.
Был мәсьәләне хәл итеү өсөн 2021 йылда Башҡортостандағы 262-нән аҙ халыҡ йәшәгән ауылдарҙы глобаль селтәр менән тәьмин итеү ҡаралған. Проекттың үҙенсәлеге шунда: интернетты ауылға тиклем генә һуҙмайҙар, ә халыҡ ғаризаһы буйынса һәр бер йортҡа тиклем алып барып еткерәсәктәр. Был эштәрҙең дөйөм хаҡы 500 миллион һум, уның яртыһын республика бюджеты бүләсәк, ә икенсе яртыһы – бәйләнеш операторы үҙенең иҫәбенә финанслай. Проект 100 меңдән ашыу кешене һәм 40 меңгә яҡын йорт хужалығын интернет менән тәьмин итәсәк.
Былтыр сымһыҙ бәйләнеш һәм селтәрһеҙ интернет сигналы сифатын яҡшыртыу өсөн республикала LTE стандартына тиклем ике мең база станцияһы ҡуйылған һәм яңыртылған, шул иҫәптән быға тиклем сымһыҙ бәйләнеш булмаған 30 ауылда. Республиканың 250 һәм унан да күп халыҡ йәшәгән ауылдары 2024 йылға тиклем тулыһынса сымһыҙ бәйләнеш һәм интернет селтәре менән тәьмин ителергә тейеш.
“Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү” федераль программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
https://bash.rbsmi.ru
Фото Яндекс.
Читайте нас: