+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
12 Февраль 2021, 12:57

Ни өсөн Башҡортостанда сүп-сар сығарыуға хаҡ артты

2021 йылдың 1 февраленән Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн хаҡ артты. Был ни өсөн эшләнде, аҡса ҡайҙа йүнәлтеләсәк — бөгөнгө яҙма ошо хаҡта.

2021 йылдың 1 февраленән Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн хаҡ артты. Был ни өсөн эшләнде, аҡса ҡайҙа йүнәлтеләсәк — бөгөнгө яҙма ошо хаҡта.
Башҡортостан барлығы биш биләмәгә бүленгән һәм тарифтар һәр ерҙә — төрлөсә (схеманы ҡарағыҙ). 2-се һәм +4-се биләмәлә (Межгорье) хаҡтарҙың нисек булырын март айында ғына беләсәкбеҙ. Был биләмәләрҙең икеһен дә «Дюртюлимелиоводстрой» хеҙмәтләндерә һәм ул әлегә республика етәкселеге алдында үҙенең инвестиция программаһын яҡламаған. Йәғни ҡайҙа нимә төҙөйәсәген, унда күпме аҡса йүнәлтәсәген теүәл раҫламаған.
Февралгә тиклем ғәмәлдә булған хаҡтар 2018 йылда — сүп-сар реформаһы башланған мәлдә билдәләнгәйне. Әммә ул саҡта Радий Хәбировтың ҡарары менән уларҙы минимумғаса — 35-70 һумға тиклем кәметтеләр. Иҫәпләүҙәргә ярашлы, операторҙарға һәр тораҡ пункттан сүп-сар сығарыуҙы ойоштороу өсөн тап шул сумма етә, тип ҡарар ителде.
Башта эш бик үк ғәҙел алып барылманы: шартлы рәүештә әйткәндә, Ивановка ауылына сүп-сар йыйыу машинаһы айына берҙе килә йәки бөтөнләй килмәй, ә кешеләр ай һайын 35 һум түләргә тейеш ине.
Реформа башланғандан алып, ике йыл дауамында, система көйләнде. Хәҙер Өфөнөң һәм республиканың барлыҡ ҡала-ауылдарының ихаталарында контейнер майҙансыҡтары эшләнде, улар хаҡындағы мәғлүмәт берҙәм базаға индерелде, сүп-сар ташыу техникаһы автопаркы тулыланды. Мәҫәлән, Өфөнө һәм күрше райондарҙы хеҙмәтләндергән «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» ике йыл эсендә 30 яңы машина, шул иҫәптән ҡаланың тар ихаталарын таҙартыуға ҡулайлаштырылған техника һатып алды.
Төбәктәге сүп-сар ташыу техникаһының хәрәкәте автоматлаштырылған системаға индерелгән. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм Төбәк менән идара итеү үҙәге онлайн алымда ниндәй майҙансыҡтан сүп-сарҙың сығарылыуын, ҡайҙа был эште башҡарырға онотоуҙарын күҙәтә ала. Ундай хилафлыҡтар өсөн операторҙарға штраф ҡаралған.
Мөһим мәл! Операторҙар яңы тариф буйынса хаҡты сүп-сар сығарыу графигын теүәл үтәгән осраҡта ғына алыуға хоҡуҡлы. Ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә ҡалдыҡтарҙы — көн һайын, ә башҡа тораҡ пункттарҙа кәм тигәндә өс көнгә бер тапҡыр сығарырға тейештәр.
Әгәр компаниялар үҙ бурыстарын теүәл үтәй алмаһа, түләү хаҡы минимумға — 55 һумғаса кәметеләсәк. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы аҙна һайын һәр дүшәмбелә рәсми сайтта ecology.bashkortostan.ru һәм «Бәйләнештә»ге төркөмдә vk.com/ecobashkortostan үткән аҙнаға ҡағылышлы хәл-торош буйынса мәғлүмәтте ҡуйып барасаҡ.
Үҙгәрештәр нимәгә кәрәк?
Сүп-сарҙы сығарыу ғына аҙ, уны сорттарға айырыу, яңынан эшкәртеү, утилләштереү зарур. Шуға күрә төбәк операторҙары полигондар, сорттарға айырыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән предприятиелар төҙөргә тейеш. Бының өсөн аҡса кәрәк. Шуға күрә ике йыл элек раҫланған тарифтарҙы тәүҙә үк планлаштырылған нисбәткә еткереү ихтыяжы тыуҙы. Мәҫәлән, «Махсус автохужалыҡ» яҡын киләсәктә эшмәкәрлекте үҫтереүгә 317 миллион һум аҡса йүнәлтергә планлаштыра.
Беҙ әлегә сүп-сарҙы айырып йыйыуҙың иң тәүге баҫҡысында торабыҙ. Вице-премьер — республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев әйтеүенсә, Башҡортостанда 14 сүп-сарҙы сорттарға айырыу пункты төҙөлгән, әммә был эш дауам ителергә тейеш, йәғни кәм тигәндә тағы 10 пункт төҙөргә кәрәк.
Сүп-сарҙы йыйыу мәҙәниәте лә мөһим. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһында барлыҡ йорттарҙың 90 проценты самаһы ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу майҙансыҡтары менән тәьмин ителгән, ә Өфөлә был эш башлана ғына әле. Быйыл Октябрьский ҡалаһында сүп-сар ҡабул иткән тәүге ҡорамал ҡуйыласаҡ. Уның менән файҙаланып, фатир өсөн түләүгә ташлама алырға йәки «Алға» картаһына аҡса күсертергә мөмкин буласаҡ.
Һорауҙар тыуһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86, e-mail: [email protected], ҡалдыҡтар менән эш итеүҙе ойоштороу буйынса бүлектең телефоны: +7 (347) 218-03-90;
«Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ»: Өфө ҡалаһы, Бәләкәй Граждандар урамы, 35, e-mail: [email protected], телефон: 8-800-347-80-03, Whatsapp +7 986 704-40-88;
«Дюртюлимелиоводстрой»: Дүртөйлө районы, Иваново ауылы, Сәнәғәт зонаһы урамы, 18/1, e-mail: [email protected], +7 (347) 292-98-77; +7 (347) 292-98-66, 8 (800) 222-72-40;
«Эко-Сити» төбәк операторы: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 18, e-mail: [email protected], «ҡыҙыу линия» телефондары (көн һайын 8:00–20:00 сәғәттәр арауығында): 8 (347) 298-04-90, 8-965-939-49-00 (Билайн), 8-989-959-49-00 (МТС), 8-937-497-49-00 (Мегафон);
«Экология-Т»: Туймазы ҡалаһы, Ғафуров урамы, 62, колл-үҙәк телефондары: 8 (34782) 2-44-03, 8 (800) 250-01-85.
УРЫНЛЫ ҺОРАУ
Әгәр мин йортта йәшәмәһәм, сүп-сар өсөн түләргә тейешменме?
Тейешһегеҙ. Сүп-сар өсөн түләү фатирҙа теркәлгән кеше һанына ҡарап билдәләнә. Әгәр бер кем дә теркәлмәһә — милекселәр һанына ҡарап. Йәғни һеҙҙең ике торлағығыҙ, мәҫәлән, ҡалала фатирығыҙ, ауылда йортоғоҙ булһа, һеҙгә ике түләү ҡағыҙы киләсәк.
Ҡайһы берҙә оператор үҙенең базаһын яңыртып өлгөрмәй, һөҙөмтәлә түләү ҡағыҙында яңылыш сумма күрһәтелә. Мәҫәлән, кемдер фатирҙан теркәүҙән төшһә йәки мәрхүм булып ҡалһа ла, уның өсөн иҫәп килеүе ихтимал. Был осраҡта үҙегеҙҙең операторығыҙға шылтыратығыҙ йәки яҙығыҙ, ғаризаға тейешле документтарҙы беркетегеҙ һәм һеҙгә барлыҡ айҙар өсөн ҡайтанан иҫәпләү яһарға тейештәр.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Сүп-сар майҙансығы янында машинаңды ҡалдырһаң — штраф
Былтыр депутаттар ошо хаҡта закон ҡабул итте. Граждандар өсөн штраф күләме — бер меңдән ике мең һумғаса, вазифа биләүселәргә — 5-10 мең, предприятиеларға — 20-30 мең һум. Ҡайтанан тәртип боҙған осраҡта штраф күләме 50 мең һумғаса етә.
Ысынында был бик ҙур проблема: ҡалдырып кителгән автомобилдәр махсус техникаға майҙансыҡтарға үтергә ҡамасаулыҡ тыуҙыра. Һөҙөмтәлә сүп-сар ваҡытында сығарылмай, техника бер үк майҙанға икешәр тапҡырға килергә, логистика сылбырын боҙорға мәжбүр була.
Читайте нас: