2019 йыл менән сағыштырғанда, 2020 йылда Федоровка, Көйөргәҙе, Ауырғазы һәм Өфө райондарында эшҡыуарҙар һаны күпкә артты. Ә, Балаҡатай, Миәкә, Бүздәк, Стәрлебаш, Илеш райондарында, Ағиҙел ҡалаһында ул, киреһенсә кәмене. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан халҡының уртаса һәр 10 меңенә 302 эшҡыуар тура килә. Һөҙөмтәнән күренеүенсә, өс муниципалитетта улар һаны уртаса республика күрһәткесенән юғары - Өфө ҡалаһында(482), Өфө районында(430), Октябрьский ҡалаһында(310). Был күрһәткес буйынса түбән булғандарға Салауат ҡалаһы(203), Яңауыл(187), Мишкә(111) райондары инә, тип белдерҙе БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова йыл йомғаҡтары буйынса үткәрелгән коллегияла. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ иницициативаларына ярҙам” милли проектына ярашлы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2021 йылда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарында һәм шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғәлләнеүселәр һанын 456 мең кешегә еткерергә планлаштыра.