+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
4 Март 2021, 13:52

Экология форумы уҙғарыла

10-12 мартта Өфөлә Экология форумы үтә. Ойоштороусылары булып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы тора. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

10-12 мартта Өфөлә Экология форумы үтә. Ойоштороусылары булып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы тора.
Форумда республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнаша. Сара “Экология һәм технологиялар” махсус күргәҙмәһе менән киң эш программаһын берләштерә. Унда туранан-тура йәки онлайн ҡатнашырға мөмкин.
Экология форумы эш программаһына ярашлы, һыу ресурстарын рациональ файҙаланыу, атмосфера һауаһына мониторинг мәсьәләләре буйынса бер нисә “түңәрәк өҫтәл” һәм фекер алышыу майҙансығы ойошторола.
Тағы ла бер мөһим йүнәлеш, көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү мәсьәләһе, айырыуса хәүефле етештереү ҡалдыҡтары буйынса һөйләшеү була.
Был форум профессионалдарға ғына түгел, экологияны һаҡлауҙы үҙ бурысы итеп күргән ябай граждандар өсөн дә мөһим сара. Унда икенсел сеймал ҡабул итеү акциялары, эшкәртелгән материалдарҙан тегелгән кейем-һалым дефилеһы, шулай уҡ экология дәрестәре уҙғарыла.
Сара республикала “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: