Көнүҙәк
19 Марта 2021, 06:07

Тупаҡҡа — юл, яңы урамдарға — газ, Әүмешкә фельдшер кәрәк...

Район етәкселеге Михайловка мәҙәниәт йортонда Таштимер ауыл биләмәһендә йәшәүсе халыҡ менән осрашты. Йыйында район Советы рәйесе Ишморат Әминев, район башлығы Илдар Нафиҡов, уның урынбаҫарҙары Руслан Хәлилов, Ғәлим Солтанов, Фуат Махийәнов, башҡа яуаплы хеҙмәттәр вәкилдәре, шулай уҡ был биләмә буйынса район Советы депутаттары булған Сергей Гусев, Илгиз Килдейәров, Батыр Илһамов та ҡатнашты.

Район етәкселеге Михайловка мәҙәниәт йортонда Таштимер ауыл биләмәһендә йәшәүсе халыҡ менән осрашты. Йыйында район Советы рәйесе Ишморат Әминев, район башлығы Илдар Нафиҡов, уның урынбаҫарҙары Руслан Хәлилов, Ғәлим Солтанов, Фуат Махийәнов, башҡа яуаплы хеҙмәттәр вәкилдәре, шулай уҡ был биләмә буйынса район Советы депутаттары булған Сергей Гусев, Илгиз Килдейәров, Батыр Илһамов та ҡатнашты.
Сараның тәүге өлөшөндә Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Абсаҙыева уҙған йылда биләмә хакимиәте эшмәкәрлеге, ауылдарҙа башҡарылған эштәр тураһында отчет тотто. Был докладтан өҙөктәрҙе һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.
* Таштимер ауыл биләмәһе ҙурлығы буйынса, Асҡарҙан ҡала, икенсе урында тора — бында 9 ауыл бар. 2 урта мәктәп, 2 дөйөм белем биреү һәм 2 башланғыс мәктәп, 7 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 8 мәҙәниәт йорто, 2 почта бүлексәһе, 1 колледж, 1 дауахана, 4 балалар баҡсаһы, 6 мәсет эшләй. Бөтәһе 1676 шәхси йорт иҫәпләнә.
* 2021 йылдың 1 ғинуарына бирелгән мәғлүмәттәргә ярашлы, биләмәлә 5667 кеше йәшәй, шуларҙың 3642-һе — эшкә яраҡлы граждандар, 393-ө — пенсионер, 1005-е — мәктәп уҡыусыһы, 595-е — 7 йәшкә тиклемге балалар. Уҙған йылда 72 сабый донъяға килгән, 112 кеше вафат булған.
* Иҡтисади күрһәткестәргә ярашлы, биләмәлә урынлашҡан төрлө ойошмаларҙа — 117, ауыл хужалығы предприятиеларында — 356, мәғариф учреж- дениеларында — 137, мәҙәниәт өлкәһендә 15 кеше эшләй, 6 муниципаль хеҙмәткәр бар.
* Уҙған йылда ауыл биләмәһе хакимиәтенә 14 яҙма ғариза булған, башҡа мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәттәр нигеҙҙә телдән, телефон йә мессенджер аша бирелгән һәм күмәкләшеп уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралған. Хакимиәт тарафынан 100 ҡарар сығарылған, бюджет үтәлеше 1151 мең һум тәшкил иткән.
* Ауыл Советында 10 депутат: В. Абсаҙыева — Орлов, Е. Гусева —Михайловка, Д. Миңдейәрова — Парк, С. Баһаув — Тупаҡ, С. Дәминдаров —Әбйәлил, И. Ғәйнуллина —Таштимер, А. Хамматов — Ҡужан, Р. Әхмәтйәнов —Салауат, А. Килдейәров — Һамар, А. Шәрипов Йәлембәт округтарында эшләй. Депутаттар ҡатнашлығында алты ултырыш үткән, 49 ҡарар сығарылған.
* 2020 йылда биләмәлә 10 янғын осрағы теркәлгән. Бындай ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында имен булмаған һәм күп балалы ғаиләләргә — 557, оло кешеләр йәшәгән йорттарға 233 янғынды иҫкәртеү ҡорамалы алынған. Әүмеш, Һамар ауылдары тулыһынса бындай ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Биләмә хакимиәте сараларына алып булмаһа, был эшкә бағымсылар ҙа йәлеп ителә. Әммә әлеге көндә Таштимер ауылдарын хеҙмәтләндереү өсөн ирекле янғын һүндереү дружинаһы юҡ.
* Бик күп экологик өмәләр уҙғарылған. Күмәк көс менән Әбйәлил ауылында балаларға уйын майҙансығы, Таштимерҙә хоккей майҙансығы сафҡа индерелгән, бөтә ауылдарға ла сүп-сар контейнерҙары ҡуйылған. Михайловка (559 метр), Салауат (500 метр), Әбйәлил (655 метр), Һамар (783 метр) ауылдары урамдарына ҡырсынташ түшәлгән.
* «Аныҡ эштәр» программаһы ярҙамында Михайловка ауыл мәҙәниәт йортона йомшаҡ ултырғыстар алынған, хакимиәт бинаһы ремонтланған, Салауат һәм Йәлембәт ауылдарында ФАП-тар файҙаланыуға тапшырылған. «Сәләмәт ауыл» конкурсы сиктәрендә Салауат ауылы спорт ҡорамалдары менән бүләкләнгән. «Айыҡ ауыл» район конкурсында еңеп сыҡҡан таштимерҙәр 30 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булған, әле улар республика финал этабында көс һынай. Йәлембәттә клубҡа ремонт үткән, бөтә ауылдарҙа ла обелискылар төҙөкләндерелгән, юл буйына ҡоймалар эшләнгән, ҡыйлыҡтар бөтөрөлгән.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов та үткән йылда Әбйәлилдә башҡарылған эштәр тураһында һөйләп үтте һәм йыйында ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
«Әбйәлил ауылында балалар баҡсаһының тәҙрәләрен яңыртыу, тамбур эшләү талап ителә», — тигән һорауға район мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов яуаплап, тамбур яһалды, тәҙрәләр ҡуйыу быйылғы планға алынған тине.
«Йәлембәттә урамдар яҡтыртылмай, балалар баҡсаһы юҡ — ә мәктәпкәсә йәштәге 60 бала иҫәпләнә, электр бағаналарын алмаштырыу һорала», — тигән мөрәжәғәткә Илдар Таһир улы, балалар баҡсаһы төҙөү бер көнлөк эш түгел, һеҙ ҡултамғалар йыйығыҙ, ә беҙ республика Башлығына хат әҙерләйбеҙ, тине. Бағаналарға ҡағылышлы һорауҙы уның төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов контролгә алды һәм район электр селтәрҙәре вәкилдәре менән берлектә тикшереп сығырға вәғәҙәләне.
«Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының матди-техник базаһын яңыртыуҙы һорайбыҙ», — тип яҙылған хатҡа ла ентекле аңлатма бирелде. «Быйыл колледж эшмәкәрлеген бер аҙ үҙгәртеп ҡорорға ниәтләйбеҙ, — тине И. Нафиҡов. — Быға тиклем уҡытылған һөнәрҙәргә өҫтәп, был уҡыу йортонда «Цемикс» компанияһында эш башлаясаҡ белгестәр, «Красная Башкирия» АХК-һының роботлаштырылған фермаһына йүнәлтеләсәк ауыл хужалығы оҫталары, курорт төбәгендә һәм металлургия комбинатында эшләйәсәк һөнәр эйәләре әҙерләйәсәктәр».
«Әүмеш ауылында ФАП бинаһы иҫке һәм фельдшер юҡ», — был һорау инде нисәнсе йыл яңғырай, әммә мәсьәлә әле лә ыңғай хәл ителмәй. ФАП-ты ремонтлауы ғәмәлгә яраҡһыҙ, шуға ла оло юлдан ситтәге был ауылға модулле медпункт юллауҙы хәстәрләү яҡшыраҡ булыр ине. «Медицина училищеларында, вуздарында уҡып йөрөүсе ҡыҙ-малайҙарығыҙҙы ауылға эшкә ҡайтырға өгөтләгеҙ, — тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы. — Эшкә килеү менән йәш белгескә 750 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә, ер участкаһы бирелә. Элекке клубты ФАП итеп төҙөкләндереүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ».
«Таштимер урта мәктәбенә капиталь ремонт талап ителә», — тип яҙҙы мәғарифта эшләүселәр. Әммә алдағы йылдарҙа был эш планға алынмауы хаҡында хәбәр итте башлыҡ.
«Михайловка ауылындағы балалар баҡсаһына ишектәр, беседкалар кәрәк», — тигән һорауға, Батыр Илһа-мов, ишектәр ҡуйыуға үлсәү эштәре башҡарылды, яҡын арала биш ишек алмаштырыласаҡ, беседкалар ҙа буласаҡ, тине.
«Һамар ауылы балаларын мәктәпкә ташыу өсөн автобус буламы?» — тигән һорауға «Автобус бүленгән, яңы уҡыу йылы башынан Газель Next маркалы автобус уҡыусыларҙы ташый башлая-саҡ», — тигән һөйөнөслө яуап булды.
«Тупаҡ мәктәбендә интернет юҡ», — тиеүселәргә, элемтәселәр менән килешеү төҙөлөүе, ике аҙна эсендә интернет үткәреләсәге хаҡында әйтелде.
«Ҡужандан Салауатҡа йөрөп уҡыусы балалар өсөн ҡышҡы, ҡараңғы юл ғына түгел, машиналар геүләп үтеп торған йәйге юл да хәүефле», — тигән мөрәжәғәт тә яңғыраны. Был һорауҙы мәғариф бүлеге начальнигы контролгә алды.
«Оло юлдан Тупаҡҡа тиклем асфальт булырмы, нисә йыл көтәбеҙ, ауыл үҫә, әммә етәкселәр биргән вәғәҙәләр үтәлмәй», — тине был ауыл вәкилдәре. «Быйыл беҙ Хәлил — Сибай юлын асфальтлауҙы тамамларға ниәтләйбеҙ, шуға Тупаҡҡа тиклем юл һуҙыу буйынса аныҡ яуап юҡ», — тине район башлығы.
Сабынлыҡтарҙы йылҡы өйөрҙәре тапауға, аттарҙың төнөн трассала тороуына ла зарланыусылар булды. Йылҡы тотоусылар менән был юҫыҡта эш алып барылыуына ҡарамаҫтан, һорау әлегәсә асыҡ ҡала, сөнки бер хужа 700-800 баш ат малы аҫрай, билдәле, күптәре был өйөрҙәрҙең ҡайҙа йөрөгәнен дә белмәй. Уҙған йылда йылҡы хужаларына ҡарата 399 ғына протокол төҙөлгән.
Берәҙәк эттәр менән дә шул уҡ хәл — бөгөн уларҙы, элекке замандағы кеүек, йөрөгән ерендә атырға йәки ағыуларға рөхсәт ителмәй. Ҡарауһыҙ йөрөгән эттәрҙе тотоп, бирка ҡуйырға һәм приютҡа урынлаштырырға, табылһа — хужаһына ҡайтарып бирергә була.
Бөтә ауылдарҙың да яңы урамдарына йорт һалыусылар газ үткәреү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды, әммә ыңғай яуап булманы.
Михайловка халҡын иң борсоғаны — үҙәкләштерелгән һыу трассаһы булмауы һәм колонкалар эшләмәүе. «Һыу системаһын хәҙер «Абзелилспецкомобслуживание» МУП-ы хеҙмәтләндерә, кемдәрҙең йортона һыу индереү кәрәк, ошо предприятиеға ғариза яҙыуығыҙ һорала», — тип аңлатты В. Абсаҙыева.
Читайте нас