Көнүҙәк
23 Марта 2021, 05:02

Йоғошло сир

Ғалимдар билдәләүенсә, Ер йөҙөндәге халыҡтың өстән бер өлөшөндә туберкулез микробтары бар.

Ғалимдар билдәләүенсә, Ер йөҙөндәге халыҡтың өстән бер өлөшөндә туберкулез микробтары бар. Микробтың булыуы кешенең сирле икәнлеген күрһәтмәй, иң мөһиме, ул үрсеп, организмға зарар килтермәҫкә тейеш. Бының өсөн ҡояш яҡтыһында күберәк булырға, көнөнә өс-дүрт тапҡыр туҡланырға кәрәк, туберкулездан һаҡланыуҙа аҡһымлы аҙыҡтың, бигерәк тә итле аштарҙың, әһәмиәте ҙур.
Туберкулез менән күберәк эскеселәр, төрлө наркотик матдә ҡулланыусылар, берәҙәктәр, ауырыу ныҡ таралған илдәрҙән килеүсе мигранттар, насар туҡланыусылар сирләй. Ваҡытында флюорография үтмәүселәр, прививка эшләтмәгән балалар, ауырыу асыҡланып та, дауаханала дауаланыуҙан, бирелгән дарыуҙарҙы ҡулланыуҙан баш тартыусылар туберкулез таралыуға сәбәпсе була. Сир ауырыу кеше йүткергәндә, сөскөргәндә, ауырыу ҡулланған һауыт-һаба, теш щеткаһы, таҫтамал, түшәк-юрған аша икенселәргә йоғорға мөмкин. Туберкулез вирусы кипкән ҡаҡрыҡта 3-10 ай, китап биттәрендә 3-4 ай һаҡлана. 100 градус эҫелектә биш минуттан һәләк була, ҡояш һәм ультрафиолет нурҙарына сыҙамай.
Әгәр өс аҙнанан артыҡ йүткереү бөтмәһә, кеше ябыҡһа, ваҡыты-ваҡыты менән сәбәпһеҙ температура күтәрелеп торһа, төндәрен тирләтһә, хәлһеҙлек һиҙелһә, күкрәк ситлеге ауыртһа, аппетит юғалһа, ҡанлы ҡаҡырыҡ сыҡһа, был кешегә туберкулезға тикшерелеү мотлаҡ. Ошондай билдәләрҙең береһе генә булһа ла, кисекмәҫтән үҙегеҙ беркетелгән терапевҡа йәки туберкулез дауаханаларына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Балаларға ҡаралған прививкаларҙы ваҡытында эшләтеү, өлкәндәрҙең йыл һайын флюорография үтеүе ҡурҡыныс, йоғошло сирҙән һаҡланыуҙың төп ысулы.
Сәләмәт булығыҙ!
Ғәле КҮСӘРБАЕВ,
табип-фтизиатр.
Читайте нас