Көнүҙәк
2 Апреля 2021, 09:21

Малдың урыны — көтөүҙә

Шәхси ихатала мал аҫырау ауылда йәшәгән ғаиләләр өсөн төп йәшәү сығанағы. Әммә мал көтәһең икән, закон тарафынан билдәләнгән талаптарҙы ла үтәргә кәрәк.

Шәхси ихатала мал аҫырау ауылда йәшәгән ғаиләләр өсөн төп йәшәү сығанағы. Әммә мал көтәһең икән, закон тарафынан билдәләнгән талаптарҙы ла үтәргә кәрәк.
— Бынан алдағы йылдарҙа комиссия мал тотоуға ҡағылышлы эштәрҙе айына бер тикшерә ине. Хәҙер аҙна һайын үткән ултырыштарҙа 9-10 эш ҡарала, — ти район хакимиәте янындағы административ комиссия рәйесе Ғәлим Солтанов.
Һүҙ ҡарауһыҙ йөрөгән малдар хаҡында бара. Иркен утлауҙа йөрөгән йылҡы өйөрҙәре инде нисәнсе тапҡыр юл фажиғәләренә сәбәпсе була.
Ошоно күҙ уңында тотоп, бөгөн ауыл биләмәһе башлыҡтары һәм хеҙмәткәрҙәре, адмкомиссия ағзалары юл буйында ҡарауһыҙ мал йөрөгәнен фото-видеоға төшөрөп, протокол төҙөй (уларға ике шаһиттың ҡул ҡуйыуы мотлаҡ).
Уҙған аҙнала комиссия һигеҙ протоколды тикшерҙе. Ултырышҡа саҡырылғандарҙан берәүҙең 9 баш йылҡыһы бар. Уға ҡарата март башында ҡарауһыҙ йөрөгән малы өсөн ике тапҡыр акт төҙөлгән. Ат хужаһы үҙе лә, ҡатыны ла эшләй. Тимәк, ғаиләнең көтөүсе ялларға мөмкинлеге бар. Ғәйеплегә ҡарата комиссия ағзалары 3 мең һум штраф һалыу тураһында ҡарар сығарҙы.
22 баш йылҡыһының ҡарауһыҙ йөрөүе хаҡында акт төҙөлһә лә, тағы бер саҡырылыусы ат тотмауын белдерҙе. Ул әйтеүенсә, атаһының өс баш аты булған, көҙ ул мәрхүм булғас, аттарын һатҡандар. Адмкомиссия уға малы булмауы тураһында ауыл биләмәһенән һәм веттехниктан документтар килтерергә ҡушты, сөнки кешенең һүҙенә генә ҡарап эште ябып булмай. Өҫтәүенә, комиссия ағзалары тейешле органдарҙан был хаҡта белешмә аласаҡ, сөнки булған малдарын юҡ тип раҫларға маташҡандар ҙа осрай икән.
Әлбиттә, ғәйеплеләргә штраф һалына, уны түләйҙәр: ҡарауһыҙ йөрөткән малды көтөү тураһындағы законды боҙған осраҡта ғәйеплегә тәүге тапҡыр 1-3 мең ҡаралған, икенсе тапҡыр эләкһә 3-5 мең һум штраф һалына. Әммә бының менән генә проблеманы хәл итеп булмай. Мал тотҡан кеше үҙе яуаплылыҡ тоймайынса, ыңғай яҡҡа үҙгәреш булмаясаҡ. Аҙыҡ эҙләп юлға сыҡҡан мал түгел, хужаһы ғәйепле, сөнки ул аттарын көтөүҙе ойоштормаған.
— Суд ҡарарына ярашлы, сираттағы юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле булған аттың хужаһы зыян күргән автомобиль эйәһенә 1 миллион 300 мең һум түләргә тейеш. Тағы ошондай бер нисә эш буйынса судтар бара. Аварияларға сәбәпсе малдарҙың кемдеке булыуын аныҡлау өсөн уларҙың тамғаһы, биркаһы йәки чип булыуы мотлаҡ, — ти комиссия рәйесе урынбаҫары, район хакимиәтенең баш юрисконсульты Вадим Ҡусҡаров.
Алдағы ултырыштарҙың береһендә берәҙәк эттәргә ҡағылышлы эштәр ҡаралған. Һуңғы осорҙа урам тулы эт өйөрҙәре йөрөүенә ялыуҙар күп. Улар балалар күп йөрөгән мәктәп, бассейн тирәһен төйәк итеүҙәре хәүефләндерә. Красная Башкирия ауылында берәү магазинға ингәндә, алабайын тышҡа бәйләп ҡалдыра. Әммә эт ысҡынып китеп, кешегә ташлана. Ғәйеплегә ҡарата комиссия 2 мең һум штраф һалған.
— Эттәрҙең бөтәһенең дә хужаһы бар, тик кешеләрҙең эттәрен бәйләмәүе һөҙөмтәһендә улар урам буйлап йөрөй, — ти Ғәлим Наил улы. — Закон барыһы өсөн дә бер һәм ул үтәлергә тейеш. Малыңды — көтөргә, этеңде бәйҙә тоторға кәрәк.
Читайте нас