Коронавирусҡа ҡаршы икенсе укол эшләткәндән һуң, үҙен яҡшы тойоуы тураһында һөйләне, ил Президенты Владимир Путин.
Дәүләт Башлығы барыһын да, шул иҫәптән COVID-19 менән ауырығандарға ла коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтергә саҡырҙы. Беренсе уколды ул 23 мартта яһатҡайны. Һуңғы көндәрҙә Рәсәйҙә вакцина эшләтеүселәр һаны ҡырҡа арта бара, бигерәк тә Мәскәү ҡалаһындағы халыҡ әүҙем.