Көнүҙәк
21 Апреля 2021, 05:20

Эттәрҙе мотлаҡ теркәргә кәрәк, ти республика депутаттары

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Дәүләт Думаһына берәҙәк хайуандарҙы мотлаҡ теркәү тураһында закон проекты әҙерләй.

Кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән «түңәрәк өҫтәл»дә һөйләшкәндән һуң республика парламентарийҙары ошондай ҡарарға килде. Учалы районы Сәфәр ауылында булған ҡурҡыныс фажиғәгә бәйле үҙ фекерҙәрен белдереп, депутаттар бындай хәлдәрҙең сәбәптәрен асыҡланы.
«Балаға һөжүм иткән эттәрҙең күбеһе хужаһыҙ икәнлеге билдәле булды — был турала ауыл халҡы үҙе һөйләй, — ти Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. — Учалылағы фажиғә — ҡапыл килеп тыуған хәл түгел, ә йылдар буйы килгән проблема һәм эттәрҙең контролһеҙ үрсеүе ҡасан булһа ла ошондай ҡыҙғаныс хәлгә килтерер ине».
БР Ветеринария идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда бөгөн 150 меңдән ашыу (!) берәҙәк эт иҫәпләнә, былтыр уларҙың кешегә ташланыуы буйынса 251 осраҡ теркәлгән.
«Кешелек үҙ дәүерендә гел эттәрҙе ҡулға өйрәтеү менән шөғөлләнгән, улар — беҙҙең дуҫтар, һаҡсылар. Әммә хәҙер күбеһе хайуандарҙы күңел асыу өсөн йә балаһы һорағанға ғына ала һәм аҙаҡ, кәрәкмәй тип, урамға сығарып ташлай — еңел ҡотола. Урамда ҡалған эт үҙенә аҙыҡ эҙләргә мәжбүр һәм улар өйөрҙәргә берләшә, боронғо инстинкттары уяна, агрессия барлыҡҡа килә, — тип аңлата К. Толкачев. — Хатта өсөнсө быуын урамда йәшәгән эттәр бар. Улар иһә ысынында ҡырағай януарға әйләнгән һәм кешене танымай, кешегә дуҫ була алмай. Әле эшләп килгән система берәҙәк эттәр мәсьәләһен хәл итергә һәләтле түгел. Сөнки приютта бер этте тотоуы йылына кәмендә 20 мең һумға барып баҫа. Төп сәбәп — кешеләрҙең үҙ эте өсөн яуаплылыҡ алырға теләмәүендә. Шуның өсөн беҙ Дәүләт Думаһына эттәр һәм бесәйҙәрҙе мотлаҡ теркәү һәм идентификациялау талабы ҡуйған закон проектын тәҡдим итәсәкбеҙ. Был юғалған хайуандарҙы эҙләүҙе лә еңеләйтәсәк һәм этте йә бесәйҙе сәйәхәткә алып сығырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш үҙ этен урамға ташлаған кешене яуаплылыҡҡа тарттырып буласаҡ. Яңы закон проекты халыҡтың яуаплылығын арттырыр тип ышанабыҙ».
Читайте нас