Башҡортостанда ташҡын башланғандан алып 112-системаһына 1202 шылтыратыу булған, һуңғы тәүлектә – ни бары өсәү. Был турала ташҡын буйынса брифингта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Уның әйтеүенсә, мөрәжәғәттәрҙең кәмеүе яңы һыу баҫыуҙарҙың көтөлгән булыуына бәйле. Йәғни унда йәшәүселәр ташҡынға әҙер булған. Был – Кооператив ялан, Затон, баҡса ширҡәттәре. Бөтә мөрәжәғәттәргә лә тиҙ ярҙам хеҙмәттәре яуап бирҙе, тине ул.
Быға тиклем Ағиҙел йылғаһы 4 см-ға күтәрелгән, әле 635-тән 640 см-ға тиклем үҙгәреп тора. Йоманан башлап һыу кәмей башлаясаҡ. Көслө яуым-төшөм булмаһа, Павлов һыуһаҡлағысында кинәт һыу күтәрелеүе булмаясаҡ. Әлегә хәүефле күренештәр фаразланмай, шуға артыҡ борсолор урын юҡ, тине ул.