— Шамил Рафаэль улы, райондың янғын хәүефһеҙлеге һағында тороусылар менән таныштырып үтһәгеҙ.
— 61-се янғын һүндереү часы Асҡар һәм яҡын-тирәләге ауылдар өсөн яуаплы, ә курорт төбәге Күсем руднигы ауылының янғын һүндереү часы ҡарамағында. Асҡарҙа 32 кеше, Күсем руднигында 16 кеше эшләй. Дүрт ҡарауыл ойошторолған, һәр сменала ике янғын һүндереүсе, ике водитель, диспетчер һәм ҡарауыл начальнигы үҙ бурысын үтәй. Беҙҙең хеҙмәттә ял, байрам төшөнсәһе юҡ, эш ваҡытын тултырып ҡайтҡандар ҙа һәр саҡ әҙер булырға тейеш: өҫтәмә ярҙам талап ителгән осраҡтарҙа йәки төрлө урында бер юлы янғын сыҡҡанда саҡыртабыҙ, улар тиҙ арала килеп етә. Бынан тыш, 7 ауылда — Хәмит, Шәрип, Байым, Әлмөхәмәт, Рауил, Хәлил, Амангилделә ирекле янғын һүндереүселәр дружиналары тәүлек әйләнәһенә дежур итә.
— Күңелһеҙ булһа ла, статистикаға күҙ һалайыҡ. Янғындар артамы, күп осраҡта ут сығыуҙың сәбәбе нимәлә?
— Йыл башынан районда 43 янғын осрағы теркәлде, былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда күберәк. Әлеге ваҡытҡа 36 янғын, йыл дауамында — 174 осраҡ булғайны. Электрүткәргес һәм мейестәрҙең төҙөк булмауы, уларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу — иң йыш таралған сәбәптәр. Ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу арҡаһында ла мөлкәтһеҙ тороп ҡалыусылар байтаҡ. Быйыл 9 йорт, 9 мунса, 6 һарай, 4 автомобиль, 1 клуб, 2 келәт янды. Был ҡоро һандар артында кемдеңдер ғүмер буйы йыйған донъяһы юҡҡа сыҡҡан тигән һүҙ. Аяныслы хәлдәрҙән бер кем дә һаҡланмаған, әммә ябай талаптарҙы үтәү йорт-мөлкәтте һаҡлауға тура юл. Төп сәбәп ғәмһеҙлек тиер инем. Сөнки күптәр эштең аҙағы ни менән бөтөрөн уйламай. Әйтәйек, ошо көндәрҙә Асҡарҙа йәшәүсе берәү ихатаһында суп-сар йыйған һәм тоҡҡа тултырырға иренеп, япраҡ өйөмөнә ут төрткән. Күҙ асып йомған арала ҡоро үлән буйлап таралып, ҡапҡа эсен ялҡын ялмай. Тиҙ арала утты һүндермәһәк, йортһоҙ ҡалыу хәүефе ҙур ине. Штрафтан ҡурҡып, сүпте төнөн яндырыу насар ғәҙәткә әйләнде. Ә янып бөтмәгән ҡый арҡаһында һарай-мунсаһыҙ тороп ҡалыусылар бихисап. Шуның өсөн, зинһар, ихатала сүп үртәмәгеҙ, мөлкәтегеҙгә зыян килеүҙән бигерәк, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеге, ғүмере өсөн дә ҡурҡыныс янауын онотмағыҙ.
— Һеҙгә һәр саҡ ашығырға, ҡотҡарырға кәрәк. Тик йәшерен-батырыны юҡ, йыш ҡына янғын һүндереүселәр һуң килде тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Бының сәбәбен аныҡларһығыҙ, бәлки?
— Эйе. Күптәр ут сыҡҡас та, янғын һүндереүселәр бер нисә минут эсендә килеп етәсәк, тип уйлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай түгел. Республикала ашығыс шылтыратыуҙар ҡабул итеү системаһы булдырылған. 112 һандары буйынса ярҙам һорап шылтыратыусылар иң тәүҙә Өфөгә — шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеү һәм эшкәртеү үҙәгенә эләгә. Улар артабан райондарҙағы берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итә. Тап шуның өсөн тотҡарлыҡтар була. Беҙҙе борсоған ҙур проблема — янғын һүндереү часының матди-техник базаһы ныҡ иҫке булыуы. Беҙҙең ҡарамаҡтағы өс янғын һүндереү машинаһы ла 30-20 йыллыҡ, улар күптән туҙған. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең көсө, тырышлығы менән йүнәтелеп тороуы арҡаһында ғына сафта йөрөй. Бындай алама техника менән тиҙ генә янғын урынына барып етеү мөмкин түгел. Тағы ла район үҙәгендә лә, ауылдарҙа ла һыу юҡлығы бәкәлгә һуға. Һыу ятҡылыҡтарында пирстар булырға тейеш, улар эшләнмәгән. Әлбиттә, ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, үҙ бурыстарыбыҙҙы үтәйбеҙ. Тик нисек кенә сәйер яңғырамаһын, беҙҙең хеҙмәт тә урындағы етәкселектең ярҙамына, иғтибарына мохтаж.
— Ауылдарҙа ойошторолған ирекле янғын һүндереү командалары хаҡында ни әйтерһегеҙ? Уларҙың эшен нисек баһалайһығыҙ?
— Уларҙың иҫке булһа ла техникаһы бар, Байымдыҡынан башҡаһы йылы бокстар менән тәьмин ителгән. Тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ итәләр, янғын хаҡында хәбәр алыу менән урынға барып етәләр. Беҙ килгәнсе ут менән көрәшәләр. Бушлай, үҙҙәренең ваҡыты, көсө менән иҫәпләшмәй эшләп йөрөгән ир-егеттәргә маҡтау һүҙҙәре йәл түгел. Барыһы ла тырыша, шулай ҙа эште ойоштороу йәһәтенән рауилдарҙан өлгө алырға мөмкин.
— Шамил Рафаэль улы, коллектив тураһында бер-ике кәлимә һүҙ. Белеүемсә, бында оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткәндәр байтаҡ...
— Татыу һәм берҙәм коллектив тупланған, бер ғаилә кеүекбеҙ, беҙҙең хеҙмәттә шунһыҙ булмайҙыр. 45 градус һыуыҡҡа, 30-40 градуслыҡ эҫегә ҡарамай ялҡын менән көрәшеү өсөн физик һәм рухи яҡтан ныҡ булыу, иптәштәреңде һынатмау кәрәклеген яҡшы аңлап эш итәләр егеттәр. Бындай көсөргәнеште бик һирәктәр генә күтәрә алалыр тип уйлайым. 41 йыл ғүмерен янғын һүндереүгә арнаған ҡарауыл начальнигы Вадим Ихсанов — коллективтың иң абруйлы уҙаманы. Утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә водитель Мансур Усманов та беҙҙең ғорурлыҡ. Шулай уҡ өс тиҫтәгә яҡын эшләгән водителдәр Илфат Бикйәнов, Ғаяз Абдрахманов, Азамат Һибәтов, Әхтәм Ялалов, Вәлит Мортазин, янғын һүндереүсе Шамил Әсәҙуллин, бүлексә командиры Даян Усманов үҙ бурыстарына яуаплылыҡ менән ҡарай. Һөнәри байрам уңайынан оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән ике хеҙмәткәрҙәребеҙ — Айнур Ласынов менән Хисмәт Тимерйәнов Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалдары менән бүләкләнде. Коллегаларыбыҙҙың ауыр хеҙмәте лайыҡлы баһа алыуына шатбыҙ.
— Янғын һүндереүселәр көнө һеҙҙең өсөн байраммы? Нисек билдәләйәсәкһегеҙ?
— Календарҙа байрам тип билдәләнһә лә, беҙҙең өсөн ғәҙәти эш көнө. Әйтеүемсә, беҙҙең хеҙмәттә ял да, көн-төн дә юҡ. Киреһенсә, әле янғындар артҡан хәүефле яҙғы осор, оҙайлы май байрамдары етә. Халыҡ урман-ҡырҙарға ашығасаҡ, ә беҙгә һәр саҡ уяу булырға кәрәк. Гәзит уҡыусыларға йорт-ихата тирәһендә ғәмһеҙ булмағыҙ тип өндәшер инем. Күрше-тирәгеҙҙә ут-төтөн күренеү менән битараф ҡалмағыҙ, һүндерергә ашығығыҙ. Хәҙер бөтәһе лә биҙрә менән һыу тотоп йүгерер урынға, фото-видео төшөрөргә тотона. Өйҙә бәләкәй бала-ларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, йортҡа мотлаҡ ут сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйығыҙ. Яңыраҡ ҡына бер нисә янғында тап шул ҡоролма сигнал биреүе арҡаһында ут ҡорбандары булманы. Ә коллегаларыма һаулыҡ, рух ныҡлығы һәм тыныс, имен сменалар теләйем.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Янғын һүндереүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, ауыр эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!
Д. САФИУЛЛИНА әңгәмәләште.