«Музейҙар төнө» акцияһы үтте
Халыҡ-ара Музейҙар көнө уңайынан «Музейҙар төнө» үткәреү һуңғы йылдарҙа матур йолаға әүерелде. Беҙҙең район тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла был акциянан ситтә ҡалманы. Ул музей бинаһы алдында Асҡар сәнғәт мәктәбенең «Алтынай» хореографик ансамбленең (етәксеһе Ләлә Йәнекәева) бейеүе менән асылды.
Артабан, Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнап, кеше һаулығын нығытыуҙа мөһим роль уйнаған милли аҙығыбыҙға арналған «Көс-ҡеүәт бирә ҡорот» исемле сара булды. Уға Асҡарҙа йәшәүсе хужабикә Зәкирә Итекәева менән 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбенең 3-сө «г» класы (етәксеһе З. Ә. Махийәнова) уҡыусылары саҡырылды. Башта музей хеҙмәткәре Ләйсән Бисенғолова башҡорт милли аш-һыуҙарына һәм халҡыбыҙҙа ҡунаҡ һыйлау тәртиптәренә дөйөм күҙәтеү яһаны. Унан Зәкирә Ғәлимйән ҡыҙы ҡороттоң, һөттө һауып алғандан алып ылашта киптереүгә хәтлем, ниндәй оҙон әҙерләү юлы үтеүе, әммә шифаһы шул мәшәҡәткә торошло булыуы тураһында ентекләп һөйләне һәм балаларҙы ҡорот менән һыйланы.
«Музейҙар төнө» акцияһы сиктәрендә шул уҡ мәктәптең 4-се «б» класы (етәксеһе Л. В. Уйылданова) уҡыусылары өсөн «Телефон тарихы тураһында» мәғлүмәт дәресе үткәрелде. Унда смартфон, планшеттар менән файҙаланған балаларға телефондың барлыҡҡа килеү тарихы менән танышыу, викторина һорауҙарына яуап биреү, совет осорондағы телефондар менән фотоға төшөү бик оҡшаны.
— Пандемияға бәйле карантиндан һуң музейҙың эшен йәнләндереп ебәрҙек, — тип һөйләне саралар араһындағы тәнәфестә район тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәмилә Лотфуллина. — Иң мөһим ваҡиға — Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү буйынса республика Мәғариф министрлығы бүләк иткән музей комплексын асыу булды. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры тураһында бөтә мәғлүмәтте туплаған был экспозиция менән танышырға мәғариф бүлеге төҙөгән график буйынса Асҡарҙағы ике мәктәптең бөтә кластары ла экскурсияға килде. Ирекмән Рушан Әхмәтйәновтың районыбыҙҙың Советтар Союзы Геройҙары тураһында экспозиция эшләп биреүе лә бик ҡулай булды, беҙ бер юлы балаларға үҙебеҙҙең данлы яҡташ яугирҙар хаҡында ла һөйләй алдыҡ.
Рәмилә Садиҡ ҡыҙы тағы бер шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта борсоулы ла темаға ҡағылды. Күренекле яҡташыбыҙ, рәссам Әхмәт Лотфуллиндың 109 картинаһы өс йыл элек Әбйәлил тыуған яҡты өйрәнеү музейына ҡайтарылыуы хаҡында күптәр беләлер. Һәм бына музей хеҙмәткәрҙәре республика гранты отоп, шул аҡсаға бөтә картиналарҙы ла рамға ултыртыуға өлгәшкәндәр. Тик уларҙы элергә урын булмау арҡаһында мөйөштә бер-береһе өҫтәнә өйөлөп ҡуйылған булыуҙары ғына эсте бошора. Әлбиттә, был бина — район күләмендәге музей өсөн бик бәләкәй. Шулай ҙа бер ваҡыт бөйөк рәссамдың «Механизатор», «Үтәгән ауылы муллаһы», «Асҡар тауы», «Мөхәмәт ауылына юл», «Колхозсы ҡыҙ» һәм башҡалар кеүек яҡташтарыбыҙҙы һынландырған эштәренән торған күргәҙмә залы буласағына ышанғы килә.