Көнүҙәк
21 Мая 2021, 05:00

Урмандар ебәк күбәләккә ҡаршы эшкәртелә

Башҡортостан Республикаһы урман фонды биләмәһендә 476 мең гектар майҙанда хәүефле күбәләк — парһыҙ ебәк ҡорто таралыуы теркәлгән.#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Республикаһы урман фонды биләмәһендә 476 мең гектар майҙанда хәүефле күбәләк — парһыҙ ебәк ҡорто таралыуы теркәлгән.
Шуларҙың 241,7 мең гектары Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Кананикольский, Күгәрсен, Хәйбулла урмансылыҡтары биләмәләрендә
Был күбәләк, нигеҙҙә, ҡайын, йүкә, имән һәм башка ағастарға зыян килтерә.
Республиканың Урман хуҗалығы министрлығы зарарлы ебәк күбәләктәрен юҡ итеү маҡсатында химик һәм биологик препараттар ҡулланып, урмандарға зыян килтереүҙе иҫәкртеү сараларын башҡара. Ошоға бәйле республиканың урман хужалығы министрлығы халыҡтың, шулай уҡ бал ҡортто тотҡандарҙың химик препараттар менән эшкәртеү алып барылған осорҙа урмандарға сыҡмауҙарын һорай.
Урмандарҙы һаҡлау буйынса был эштәр Владимир Путинның май указдары менән тормошҡа ашырылыусы “Экология” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Был хакта тулырак: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/367085/
Фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/367085/
Читайте нас