Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 31 майҙағы оператив кәңәшмәлә республика урамдарын йыйыштырыу торошон тәнҡитләне. Ошолай барһа, Өфө хакимиәтендәге торлаҡ-көнкүреш хужалығының яңы етәксеһенә икенсе урын эҙләргә тура киләсәген иҫкәртте. “Дүрт миллионлы башҡала бөтә йәһәттән сәскә атырға һәм тап-таҙа булырға тейеш”, - тине ул Өфө мэры Сергей Грековҡа. – Шулай булмаһа, мин һеҙҙең торлаҡ-көнкүреш блогы менән эште туҡтатасаҡмын...”
Р. Хәбиров торлаҡ-көнкүреш хужалығы министрлығына ла ошо йүнәлештә эште көсәйтергә күрһәтмә бирҙе. Мәҫәлән, Яңауылға теләгән ваҡытта бар һәм “бөтә нәмә ялтырап торғанын күрерлек булһын”, тине башлыҡ.
Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ла был йүнәлештә эште көсәйтергә ҡушты.
– Яңауылға барып ҡарағыҙ, ҡасан барһаң да, унда тап-таҙа! Хәлдәр ҡатмарлы булһа ла, бәләкәй ҡалалар стандарттарҙан тайпылмай. Ә бында – ҡарағура! Киндер үҫтерәбеҙме әллә? Үҙәк урамдарҙа төҙөлөш сүп-сары ята, ташлап киткән машиналар, – тине Радий Хәбиров. – Ҡала беҙҙең йөҙөк ҡашы булырға тейеш! Саң осмаһын, үҫемлектәр тәртиптә булһын. Бәпембә туҙғаҡтары, тирәк йөнө оса.
Республика етәксеһе баш ҡала хакимиәтенә Өфөнө тәртипкә килтереү өсөн бер аҙна ваҡыт бирҙе.