Көнүҙәк
7 Июня 2021, 04:10

Сүп-сар йыйыусы операторҙар вәғәҙәһе үтәлерме һуң?

«Экология» милли проекты сиктәрендә 2024 йылға тиклем Рәсәйҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса 220 заманса комплекс төҙөргә вәғәҙәләйҙәр. #национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Йәғни, 2030 йылға сүп-сарҙың 100 проценты киренән эшкәртеүгә ебәреләсәк, бары 50 проценты ғына ергә күмеләсәк.
Сүп-сар реформаһы илдә 2019 йылдың 1 ғинуарында башланды. Әммә хәл күп урындарҙа, шул иҫәптән беҙҙә үҙгәрешһеҙ ҡала әле — ҡалдыҡтар полигондарға йыйыла һәм уларға бер ниндәй эшкәртеү, сортировкалау үткәрелмәй, булған ҡый-һай осоп, тирә-яҡты бысратып тау-тау булып өйөлөп ята.
1 июлдән Амур, Белгород һәм Иркутск өлкәләрендә сүп-сар йыйыуға тарифтарҙы бер аҙ кәметергә уйлайҙар. Ә ҡайһы бер төбәктәрҙә ул киреһенсә 4 процентҡа тиклем артасаҡ.
Читайте нас