Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе.
Республиканың баш санитар табибы Анна Казак белдереүенсә, “Роспотребнадзор” күҙаллауҙары буйынса Рәсәйҙә сирҙе йоҡтороуҙың яңы тулҡыны башланған
– Былтырғы кеүек үк сирҙең үҫеше Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҙур ҡалаларҙан башлана, – тине Анна Казак. – Йәйге ял миҙгеле, мәктәп каникулдары һәм карантин сараларын йомшартыу сәбәпле коронавирус инфекцияһының таралыу хәүефе күпкә арта.
Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, республиканың ковид госпиталдәрендә урындар тулыһынса тиерлек биләнгән.
– Өҫтәмә рәүештә 250 урын асабыҙ, сиратта республика дауаханаларында йәнә 250 урын булдырыу тора. Табиптар йәнә бар көстәрен мобилләштерә, – тине министр.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, әле төп маҡсат – коронавирустан вакцинация үтеү кәрәклеген аңлатыу.
– Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә һәм Санкт-Петербургта коронавирус менән сирләй башлағандар һәм үлгәндәрҙең артыуы эпидемияның әле тамамланыуҙан бик йыраҡ булыуы тураһында һөйләй, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ элекке кеүек үк барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәргә, йәмәғәт транспорты, магазиндар, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа битлек кейергә, социаль дистанцияны һаҡларға тейешбеҙ. Тик быларҙың барыһы ла – пассив һаҡланыу саралары. Пандемияны еңеүҙең иң һөҙөмтәле юлы – вакцинация.
Төбәк етәксеһе юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индереү, талаптарҙы ҡатыраҡ итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты, улар бөгөн кис үтәсәк оператив штаб ултырышында ҡараласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн республика халҡының кәмендә 60 процентына прививка һалдырыу кәрәк. Әле беҙ 464 640 доза вакцина алдыҡ. 17 июнгә ҡарата республика халҡының 411522 кешеһе беренсе компонент, 336133 кеше икенсе компонентты һалдырған.
Фото республика Башлығы сайтынан