“Сүп-сар реформаһы – барлыҡ ил буйынса ҙур эш. Йыл һайын 60 миллион ҡалдыҡ йыйыла, 10 миллион тонна ҡалдыҡты айырым йыйыуға һәм 3 миллион тоннаны эшкәртеүгә беренсе инвестициялар йүнәлтелде. Яҡын йылдарҙа сүп-сар яғыу заводтарын сафҡа индерергә тейешбеҙ. Үтилләштереүһеҙ мөмкин түгел. Биш завод төҙөү ҡаралған, Хөкүмәт был программаны киңәйтеүҙе ҡарай”, - тип белдерҙе был тәңгәлдә ил Башлығы.