Көнүҙәк
12 Августа 2021, 05:40

Боҙ ҡуҙғалды

Район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге инженеры Розалия Булатова Владимир Путин менән булған осрашыуҙа Дауыт ауылының яңы биҫтәһенә газ үткәреүҙе тиҙләтеүҙе һорағайны. Боҙ урынынан ҡуҙғалды.

Боҙ  ҡуҙғалдыБоҙ  ҡуҙғалды
Боҙ ҡуҙғалды

Район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге инженеры Розалия Булатова Владимир Путин менән булған осрашыуҙа Дауыт ауылына газ үткәреүҙе тиҙләтеүҙе һорағайны. Боҙ урынынан ҡуҙғалды.

Район хакимиәтендә кисә ошо мәсьәлә буйынса йыйылыш  үтте, унда район хакимиәтенең был эш өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәренән тыш, газ үткәреү ойошмаһы вәкилдәре, биҫтәнең һәр урамынан яуаплылар ҡатнашты. Унда биҫтәләге йорттарға газ үткәреү өсөн ниндәй документтар талап ителеүе хаҡында әйтелде, был тәңгәлдә иң элек башҡарыласаҡ эштәр барланды. Бөгөн биҫтәлә йәшәүселәрҙән газ үткәреүгә ғаризалар йыйыу башланды, уларҙың ергә, йортҡа документтары барлана.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас