Көнүҙәк
18 Августа 2021, 12:39

Уттың ялы-ҡойроғо юҡ тиҙәр, әммә күмәкләгән яу ҡайтарыр

Быйылғы ҡоролоҡ һәм аномаль эҫелек үҙенекен итә. Бөтә ер тамсы ла ямғыр төшмәгәнлектән һәм, август айы аҙағына яҡынлашһа ла, һаман аяуһыҙ ҡыҙҙырған ҡояш нурҙарына ҡурылып, утһыҙ ҙа тоҡанырға тора.

Уттың ялы-ҡойроғо юҡ тиҙәр, әммә күмәкләгән яу ҡайтарырУттың ялы-ҡойроғо юҡ тиҙәр, әммә күмәкләгән яу ҡайтарыр
Уттың ялы-ҡойроғо юҡ тиҙәр, әммә күмәкләгән яу ҡайтарыр

Быйылғы ҡоролоҡ һәм аномаль эҫелек үҙенекен итә. Бөтә ер тамсы ла ямғыр төшмәгәнлектән һәм, август айы аҙағына яҡынлашһа ла, һаман аяуһыҙ ҡыҙҙырған ҡояш нурҙарына ҡурылып, утһыҙ ҙа тоҡанырға тора. Ағымдағы йәйҙә айырыуса Урал аръяғы райондарын урман янғындарынан күп зыян күрҙе. Әбйәлил урмандарында ла дүртенсе класс янғын хәүефе билдәләнде, әммә күрше райондарҙа урман-тауҙар ут эсендә ҡалғанда, беҙҙә янғын сығанаҡтары ҡабынған ерендә һүндерелеп, утҡа таралыуға юл ҡуйылмай, тотороҡлолоҡ һаҡлап киленде. Үкенескә ҡаршы, үткән аҙна аҙағында курорт төбәгендә, атап әйткәндә, «Горное ущелье» лагеры эргәһендә, Ҡырҡтыла урманда янғын сыҡты.

Ялҡын телдәренең юғары тиҙлектә тирә-йүнде ялмай барыуы утты һүндереү буйынса ашығыс һәм профессиональ саралар күреүҙе талап итте. Район хакимиәте етәкселеге ғәҙәттән тыш хәлде контролгә алды, ваҡиға урынында оператив штаб ойошторолдо, бөтә мөһим хеҙмәттәр, кәрәкле техника янғынға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелде, бөтә эштәр менән район башлығы И. Т. Нафиҡов үҙе етәкселек итә.

Уттың ялы-ҡойроғо юҡ тиҙәр, әммә күмәкләгән яу ҡайтарыр
Уттың ялы-ҡойроғо юҡ тиҙәр, әммә күмәкләгән яу ҡайтарыр
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас