

Урман янғыны артабан таралмаһын өсөн утты һәр яҡтан бөтә периметры буйынса ҡыҫымға алыу тәүге көндә үк уңышлы тактика булыуын раҫлай. Ғәҙәттән тыш хәл тулыһынса ҡулға алынған һәм бөтә эштәр ҙә штаб етәкслегенең төплө уйланылған дөрөҫ фармандары буйынса алып барыла. Штаб менән Белорет ҡалаһының 28-се янғын һүндереү отряды командиры Р. Ф. Сәләхов етәкселек итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары А. С. Лопухов та шулай уҡ ваҡиға урынында.