Көнүҙәк
18 Августа 2021, 13:00

Уттың ялы-ҡойроғо юҡ тиҙәр, әммә күмәкләгән яу ҡайтарыр

Магнитогорскиҙан янғын һүндереү горнизоны лагерь биләмәһе буйында ҡарауыл ойошторған.

Уттың ялы-ҡойроғо юҡ тиҙәр, әммә күмәкләгән яу ҡайтарырУттың ялы-ҡойроғо юҡ тиҙәр, әммә күмәкләгән яу ҡайтарыр
Уттың ялы-ҡойроғо юҡ тиҙәр, әммә күмәкләгән яу ҡайтарыр

Тәү сиратта хәүеф янаған  «Горное ущелье» лагерында ял итеүсе 712 бала һәм унда эшләүсе 87 хеҙмәткәр эвакуациялана. Район хакимиәтенең ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияһы рәйесе Ф. Р. Махийәнов әйтеүенсә, эвакуациялау тураһында ҡарар иткәндән һуң йәкшәмбе көнө бер сәғәт эсендә ял итеүселәр бер ниндәй ығы-зығыһыҙ ваҡытлыса хәүефһеҙ урынға күсерелә, был маҡсатта 12 автобус – алтауһы район мәғариф бүлегенән, ҡалғандары тау-саңғы үҙәгенән һәм «Юбилейное» шифаханаһынан йәлеп ителә. Ләкин утты тиҙ генә ауыҙлыҡлап булмаясаҡлығы асыҡланғас, ҡала балалары ошо уҡ көндә полицияның юл-патруль хеҙмәте машиналары оҙатыуында өйҙәренә ҡайтарыла, ә алыҫ яҡтарҙан килеүселәр «Уральские зори», «Березки» ял йорттарына  урынлаштырыла. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төнөн баш ҡаланан 50 кешәнән торған аэромобиль төркөм килеп етә. Магнитогорскиҙан янғын һүндереү горнизоны лагерь биләмәһе буйында ҡарауыл ойоштора.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас