Көнүҙәк
18 Августа 2021, 13:03

Уттың ялы-ҡойроғо юҡ тиҙәр, әммә күмәкләгән яу ҡайтарыр

Янғынға ҡаршы көрәш өс фронтта – тауҙың көньяҡ, көнсығыш һәм төньяҡ битләүҙәрендә алып барыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уттың ялы-ҡойроғо юҡ тиҙәр, әммә күмәкләгән яу ҡайтарырУттың ялы-ҡойроғо юҡ тиҙәр, әммә күмәкләгән яу ҡайтарыр
Уттың ялы-ҡойроғо юҡ тиҙәр, әммә күмәкләгән яу ҡайтарыр

Буранғол участка урмансылығына ҡараған 17-се һәм 18-се кварталдарҙа зыян күргән 45 гектар урман майҙанында ут һүндереү эштәре әле лә дауам итә. Янғын һүндерелгән урындар ҙа күҙ уңынан ысҡындырылмай. Юғиһә, ҡоролоҡ шарттарында көлдөң дә гөлтләп яңынан тоҡанып китеү хәүефе ҙур, бигерәк тә ҡуйы шырлыҡлы, ҡороған ағастар күп булған урманда, артыш, селек ҡыуаҡтары ла тиҙ сытырлап янып китеүсән, оҙаҡ быҫҡып ятҡан ҡалын урман мүге лә ҡуҙланыусан...

Янғынға ҡаршы көрәш өс фронтта – тауҙың көньяҡ, көнсығыш һәм төньяҡ битләүҙәрендә алып барыла. Мөһим хеҙмәттәрҙән тыш, Әбйәлил урмансылығы хеҙмәткәрҙәре һәм төрлө ойошма-предприятиелар эшселәре лә ғәрәсәтте бөтөрөүҙә ҡатнаша. Ирекмәндәр ярҙамы ла һиҙелерлек ҡеүәткә эйә, үҙебеҙҙең район кешеләренән тыш, Магнитогорскиҙан, Сибайҙан, Өфөнән ярҙамға килеүселәр байтаҡ. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тиҙәр беҙҙең халыҡта, был осраҡта ялы-ҡойроғо булмаған утты ла ауыҙлыҡлар көс тупланған. Редакция хәбәрселәре ғәҙәттән тыш хәл урынында булған урман янғыны менән көрәштең өсөнсө көнөндә бында 270-ләп кеше һәм 47 берәмек техника эшләй ине.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас