

Тау юғарыраҡ күтәрелгән һайын текәрәк, үрләүе ҡатмарлыраҡ... Бында һыуҙы йөкмәп йәйәү менеүе, ай-һай, ауырға төшөр ине, әгәр ҙә мотоциклистар булмаһа. Янғын сыҡҡас, кеше аяғы баҫмаған шырлыҡты йырып юл ярыусылар ҙа улар булған. Упҡынға осоу, йәрәхәтләнеү хәүефе көслө һикәлтәле маршрутта үҙ ғүмерҙәрен, сәләмәтлектәрен, ахыр сиктә, мотоциклдарын аямай, арҡаларына ауыр рюкзак аҫып, ярҙамға ашыҡҡан байкерҙарҙың өлөшө янғынды һүндереүҙә баһалап бөткөһөҙ. «Мотоклуб–Магнитогорск» ойошмаһын етәкләгән Ринат Сәғәҙәтуллин беренсе көндән Ҡырҡтыла. Тамырҙары Әбйәлилдән булған ҡала егете хозур тәбиғәтте ялмап алған ҡазаға битараф ҡала алмаған. Мотоспорттың эндуро дисциплинаһын, йәғни юлһыҙ һәм ҡаршылыҡлы ерҙәрҙә йөрөүҙән ғибәрәт булған агрессив стилен үҙ иткән, оҫталығын төрлө ярыштарҙа һынаған дыуамал байкерҙың мотоциклы менән йә үрә тороп, йә таштан-ташҡа һикереп, квадроциклдарҙа үтеп булмаған ерҙәргә барып етә алыуын, иң бейек үрҙәрҙе яулауын күҙәтеүе үҙе бер һоҡланғыс тамаша. Малайҙарса ҡаҡса кәүҙәле егеткә көнөнә 50-60 тапҡыр үрҙәгеләргә һыу илтергә тура килә. Үҙе артынан мотоклуб ағзаларын да был изге эшкә йәлеп иткән, утты һүндерешергә Белореттан дуҫтарын саҡырған. Алғараҡ китеп шуны ла әйтке килә: көньяҡ битләүҙә лә эҙмә-эҙлекле алып барылған янғын һүндереү эштәре барышына шаһит булып, тауҙан төшөүебеҙгә, был ваҡытҡа инде көн кискә ауышҡанда, Ринаттың көньяҡ маршрут буйынса үргә мотопомпа мендерергә әҙерләнеүен күрҙек. Ҡарама беләккә — ҡара йөрәккә, тип белмәй әйтмәгәндәр шул. Афарин, Әбйәлил ейәне!