Район хакимиәтендә балаларҙың йәйге ялын ойоштороу бу-йынса ведомство-ара кәңәшмә уҙҙы. Район башлығы Илдар Нафиҡов курорт төбәгендә рөхсәтһеҙ балалар лагерҙары эшләүе хаҡында әйтте.
— Беҙ балаларҙың һаулығын һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя алмайбыҙ, шуның өсөн бындай лагерҙарҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу һәм ябыуҙы законға ярашлы башҡарырға тейешбеҙ, — тине Илдар Таһир улы. — Бына, мәҫәлән, тыштан ҡарап тороуға шәхси йорт, ә эсе тулы балалар. Улар төркөм-төркөм ҡайҙалыр баралар, ҡайталар. Курорт төбәгендә лагерҙарға саҡырып, социаль төркөмдәрҙә үҙҙәрен рекламалайҙар. Беҙ тап ошондай йорттарҙы асыҡлау, хужаһын законһыҙ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса саралар күрәсәкбеҙ. Был эштә урындағы хакимиәт, депутат, старосталарҙың ярҙамы мөһим.
Район прокуроры Евгений Вәлиев был проблеманың бик көнүҙәк булыуын, йәйге каникулдар тамамланыуға һанаулы ваҡыт ҡалыуын белдереп, эште тиҙләтеүҙе һораны. Бер нисә урында балалар лагеры барлығы билдәле, ошо адрестар буйынса тикшереүгә сығырға, шул уҡ ваҡытта ҡалғандарын асыҡлау өҫтөндә эшләү хаҡында килештеләр.
Кәңәшмәлә шулай уҡ курорт төбәгендә шәхси йорттарҙан канализация һыуҙары күлгә ағып төшөүе буйынса һүҙ булды. Эколог Арсен Таһиров кемдәрҙең йорттарынан бысраҡ ҡалдыҡтар сығыуын асыҡлаған, хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу кәрәк. Тағы бер мөһим мәсьәлә — Красная Башкирия менән Асҡарҙа сүплек урынын рекультивациялау, бының өсөн «Эко-Сити» етәкселеге менән осрашыу, уларға ҡәтғи талаптар ҡуйыу зарурлығы ҡаралды.