Ҡоро һәм ныҡ эҫе көндәр арҡаһында республика биләмәһендә янғынға ҡаршы айырым режим индерелде. Ауыл хужалығы культураларының күпләп һәләк булыуына бәйле, 41 муниципалитетта ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, 27 авгусҡа тиклем юғары янғын хәүефе һаҡланһа ла, аҙна аҙағына төнөн һауа температураһы кәмейәсәк, тип көтөлә. «Урман янғыны тоҡанған осраҡта, оҙаҡҡа һуҙмағыҙ — утты ауылға еткермәү һеҙҙең төп бурыс, ниндәй ярҙам кәрәк, барыһы ла ебәреләсәк», — тине Р. Хәбиров район башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп.